Республикала ялған спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыу осраҡтары арта 17.12.2015

Статистика аяуһыҙ. Табиптарға йыл дауамында меңдән ашыу кеше суррогат менән ағыуланып мөрәжәғәт иткән. Өлгөрмәй ҡалғандары ла бихисап. 2015 йылда уны самаһыҙ ҡулланған егерме кешенең ғүмере өҙөлгән.

Баш ҡаланың 21-се дауаханаһының  токсикология һәм реанимация бүлегенә килеп эләгеүселәрҙең  күптәре  ир уртаһына етеүселәр. Улар йәш-елкенсәктән айырмалы рәүештә, тормошта аҡты-ҡаранан айыра ла белә һымаҡ, әммә нимә етте шуны эсеүҙең үлемгә бәрәбәр икәнен аяҡтан йығылғас ҡына аңлай.
Алкоголдең аҙ ғына миҡдары ла баш мейеһендәге нейрондарҙы үлтереү һәләтенә эйә. Спиртлы эсемлек менән мауығып, типтереп, кәйеф-сафа ҡороп йәшәүселәр үҙҙәре лә һиҙмәҫтән хәмер ҡолона әүерелә. Наркология белгестәре алкоголь ниндәй генә матур, ымһындырғыс  шешәләргә ҡойолмаһын, ул кеше организмын юҡҡа сығара, тигән фекерҙә.
Зөһрә Ғирфанова, 21-се дауахананың реанимация һәм токсикология бүлеге мөдире: «Суррогат спирт йәки араҡы ҡулланып иҫән ҡалғандарҙың да хәлдәре мөшкөл. Метил спирты кеше организмын һәм эске органдарҙы тулыһынса зарарлай, инвалидлыҡҡа килтерә. Баш мейеһенең нейрондары үлә, күреү нервыһы, бөйөр, бауыр зарарлана».
Ошо көндәрҙә үлемесле йәшел йылан менән сауҙа итеүсе бер нисә магазин ябылды. Табыш артынан ҡыуыусы хужа Ырымбур өлкәһенән. Араҡы шешәләрендә Ҡаҙағстанда етештерелгән тигән тамға тора. Бындай шикле спиртлы эсемлектәр Рәсәйгә ниндәй юл менән килеп ингән? Икенсе сауҙа нөктәһе - ҡала ситендәге гараж кооперативы. Бында 400-ҙән ашыу шешә барлығы асыҡланды. Киров районында ошондай уҡ  метталл йәшниктәрҙә өс тапҡырға күберәк контрафак продукция барлығы билдәле булды. Уларға ла Ҡаҙағстан араҡыһы тигән этикетка йәбештерелгән. Тикшереү алып барыусы тәфтишселәр фаразынса, бөтә келәттәр ҙә бер үк  селтәрҙе хеҙмәтләндерә. Йыл башынан 90 мең берәмек продукция сауҙанан алынған, уларҙың яртыһынан күберәге «Ҡаҙағстан» араҡыһы. Был продукцияның акциз маркаһы бөтөнләй юҡ. Хаҡы түбән булған алкоголде һатып алыуҙың аҙағы фажиғә менән тамамланыуы ихтимал. Тормоштағы  ниндәй генә сағыу ваҡиғаны тантаналы үткәреү маҡсатында арзан хаҡҡа алкоголь һатып алмаҫҡа, ә Яңы йыл байрамы алдынан бындай аҙым эшләүҙән бөтөнләй тыйылырға кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика