Республикала өсөнсө йыл рәттән һаулыҡ һаҡлау аҙналығы үткәрелә

Республикала өсөнсө йыл рәттән  һаулыҡ һаҡлау аҙналығы үткәрелә 24.05.2016

Һәр йылдағыса Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында халыҡ сәләмәтлеге  торошон тикшереп, табиптарҙан консультациялар ала. Йөрәк һәм эске органдар эшмәкәрлеген өйрәнеүсе  күсмә үҙәктәрҙә кешеләр үҙ һаулығына ҡағылышлы һорауҙарға яуап эҙләне, һау пациенттар ҡан тапшырҙы.

Табиб-кардиолог Әлфиә Хузина эргәһендәге палатканан халыҡ өҙөлмәй. Кемдер ҡан баҫымын тикшертә, кемдер йөрәк һәм ҡан әйләнешенә ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Юғары категориялы табип Әлфиә Хузина үҙенә төбәп килгән  һәр пацинетҡа һаулығына ҡағылышлы  төплө кәңәштәр бирә. Ҡан баҫымын үлсәгәндән һуң кардиограмма эшләтеү өсөн йүнәлтмә яҙып бирә.
Күсмә кардиология һаулыҡ үҙәге янында ла халыҡ күп йыйылған. Улар араһында төрлө йәштәге ,төрлө быуын кешеләре. Халыҡ бер төптән: «Һаулыҡ торошон тикшереүҙе -йөрәк эшмәкәрлегенән башларға кәрәк» тигән фекер яҡлы.
Аҡ һәм ҡыҙыл төҫтәрҙән торған мобиль трейлер эргәһендә йәштәр күпселекте тәшкил итә. Кеше ғүмеренең ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлаусы йәштәрҙе: ауыр  хәлдәргә тарығандарға  ҡан тапшырып   ярҙам итеү теләге берләштерә.
Акцияның төрлө конкурстарында  ҡатнашыусы айырыуса әүҙем кешеләргә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында һаулығын нығытыу  өсөн юлламалар отоу мөмкинлеге булдырылған.Ҡаланың ижади коллективтары ҡатнашлығында үткән  сараны ойоштороусылар «Һаулыҡ һаҡлау аҙналығы» бөтә халыҡ өсөн мөһим тип  билдәләне.
Баш ҡала халҡы йыл һайын биш мең кешегә арта. Халыҡ һаны артыуы - һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә күп үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар талап итә. Табиптарға эш күләме күбәйә. Эш күплеккә, үҙҙәре өсөн ваҡыт юҡлығына һылтаныусылар өсөн дә  бындай акциялар бик кәрәкле. Үҙ ваҡытында тикшерелеп, дөрөҫ диагноз ҡуйылып дауаланған сир меңәрләгән ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика