Рәсәйҙә ВИЧ инфекцияһын йоҡтороусылар  миллиондан артып киткән 26.05.2016

Башҡортостанда  күрһәткес 20 мең тирәһе.

Был турала бөгөн  Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙа үткән түңәрәк өҫтәлдә белдерелде. Унда һүҙ иҫкәртеү саралары хаҡында барҙы. Башҡортостанда ВИЧ йоҡтороусыларҙың 60 процент самаһы ир-аттарға тура килә. Элек был сиргә күберәк наркомандар дусар булһа, әле енси юл менән күсеү осрағы ла йыш осрай.  2015 йылда ғына  иҫәп  яҡынса 3 меңгә артҡан. Шуға күрә белгестәр  ауырыуҙың таралыуына юл ҡуймау өсөн профилактика сараларын көсәйтергә кәрәк тигән фекерҙә. Тәү сиратта  үҫмерҙәр, йәштәр араһында аңлатыу эштәре алып барыу мөһим. Сөнки ВИЧ менән Спид  социаль проблема булып тора, бында әхлаҡи-тәрбиәүи мәсьәләләр ҙә мөһим урын биләй. Медицина хеҙмәткәрҙәре генә уларҙы йырып сыға алмаясаҡ. Был сиргә ҡаршы бөтә йәмәғәтселек менән бергә көрәшеү зарур, тип билдәләнде осрашыуҙа. Түңәрәк өҫтәл дә муниципаль берәмектәрҙең эш тәжрибәһе лә ҡаралды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика