Рәсәй медицинаһы оло юғалтыу кисерҙе 27.04.2015

Оҙаҡ һәм ҡаты ауырыуҙан һуң, Башҡортостан фәндәр академияһы ағзаһы, медицина фәндәре докторы, профессор Наил Ғатауллин арабыҙҙан китте.

Наил Ғайнат улы Ғатауллин 1928 йылда Дәүләкән районында тыуған. Урта мәктәпте, һуңынан медицина институтын тамамлағас, Көйөргәҙе район дауаханаһының баш табибы булып эшләй. Артабан аспирантурала белем ала, Өфөнөң 1-се клиник дауаханаһының күкрәк хирургияһы бүлегендә эш башлай. 25 йыл дауамында ул Башҡортостан хирургтар ойошмаһын етәкләй, шулай уҡ Рәсәй һәм халыҡ-ара хирургтар берләшмәһе ағзаһы була.
Наил Ғайнат улы хирургия өлкәһендә туплаған бай тәжрибәһен һәр ваҡыт хеҙмәттәштәре менән уртаҡлаша килә. Ул Башҡортостанда хирургия мәктәбен ойоштора. Наил Ғайнат улы етәкселегендә баш ҡаланың 6-сы дауаханаһы нигеҙендә Республиканың йөрәк, ҡан тамырҙары һәм күкрәк хирургияһы үҙәге булдырыла. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн профессор Наил Ғатауллин Хеҙмәт Ҡыҙыл  байраҡ ордены менән наградлана. Уҡыусылары Наил Ғайнат улын талантлы педагог, үтә лә белемле остаз булараҡ иҫкә ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика