Рәсәйҙә медицина реабилитацияһының иң яҡшы табибы Өфөлә йәшәй

Рәсәйҙә медицина реабилитацияһының иң яҡшы табибы Өфөлә йәшәй 18.06.2014

Һаулыу һаҡлау министрлығы тарафынан ойошторолған 13-сө Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе тип Наталья Бикбаева танылған. Ул бөгөн Республика табип-физкультура диспансерында эшләй. Бәйгелә Башҡортостандан тағы ла биш белгес алдынғылар исемлегендә.

Һаулыу һаҡлау министрлығы тарафынан ойошторолған 13-сө Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе тип Наталья Бикбаева танылған. Ул бөгөн Республика табип-физкультура диспансерында эшләй. Бәйгелә Башҡортостандан тағы ла биш белгес алдынғылар исемлегендә.

Спорт медицинаһы бүлеге мөдиренә көн һайын тиҫтәләгән спортсы килә. Наталья Бикбаева уларҙың сәләмәтлеге торошон тикшерә, кәрәкле дауалау күнекмәләрен билдәләй. Табип уға мөрәжәғәт иткән буласаҡ спортсыларҙың артабанғы тормошон хәл итә тиһәң дә яңылыш булмаҫ. Тап медицина реабилитацияһы белгесе организм торошона ҡарап кешенең киләсәктә спорт менән профессиональ шөғөлләнергә яраҡлығы тураһында ҡарар сығара.
Наталья Бикбаева, республика табип-физкультура диспансерының бүлек мөдире: «Минеңсә, был һөнәр эйәләре үҙҙәренә ҙур яуаплылыҡ ала. Спорт менән профессиональ шөғөлләнергә теләге ҙур булып та, сәләмәтлеге насар булғанда беҙ кешегә рөхсәт бирә алмайбыҙ. 30 йыллыҡ тәжрибәмә таянып шуны әйтер инем, был өлкә табиптарына хаталанырға ярамай, сөнки үлсәүҙә кеше ғүмере ята». 2012-се 13-сө йылдарҙа Наталья Бикбаева 6-сы Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары, биатлон, үҫмерҙәр араһында хоккей буйынса донъя чемпионттары кеүек күләмле сараларҙы ойоштороуҙа ҡатнашҡан. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса юғары категориялы белгес Рәсәй кимәлендә алдынғы тип билдәләнә.
Республика табип-физкультура диспансерында аяҡ-ҡулдары, умыртҡа һөйәге йәрәхәтләнгән спортсылар реабилитация үтә. Бында шулай уҡ республиканың төрлө төбәктәренән килгән сирлеләр дауаланыу мөмкинлегенә эйә.
Рәсәй кимәлендә уҙғарылған бәйгелә 33 номинация билдәләнгән. Уларҙа Башҡортостандың төрлө һаулыҡ һаҡлау учреждениеларынан тағы ла биш белгес еңеүсе тип табылған. Был өлкәлә 10 йылдан ашыу эшләгән табиптар иң яҡшы невролог, фтизиатр, теш табибы, эксперт һәм санитар номинацияларында еңеү яулаған.
Лилиә Тунасова


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку