Рәсәйҙә һатылған тәмәкенең 3 проценты контрафакт 10.03.2016

Һәр процент ҡаҙнанан ситкә киткән дүрт миллиард һум аҡса менән баһалана һәм был һандар үҫә генә. Былтыр ғына ялған тәмәке һатыу биш тапҡырға артҡан. Белгестәр контрафакт продукция менән көрәш юлдарын эҙләй. Бөгөн ошо темаға арналған түңәрәк өҫтәл үтте.

Илдә һатылған бөтә төр тауарҙарҙың 35 проценты котрафакт, тип иҫбатлай белгестәр. Мәҫәлән, алкоголле эсемлектәрҙең һәр икенсеһе тиерлек кәштәләргә  законһыҙ юл менән эләгә. Тәмәкегә килгәндә һатыуға сығарылғандың  7 миллиард ҡабы ялған продукт. Был инде дөйөм тәмәке баҙарының 3 проценты тигән һүҙ.
Максим Курганский, тәмәкенең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш бүлеге етәксеһе:
«Контрафакт башлыса Украинанан индерелә. Белоруссия, Ҡаҙағстан тәмәкеләрә лә бар. Шулай ҙа һуңғы арала үҙебеҙҙең «йүнселдәр» ҙә ялған тәмәке эшләргә өйрәнеп алды. Һуңғы йылда ғына Рәсәйҙә ошондай 14 цех ябылды».
Ялған тәмәке тәү сиратта кеше сәләмәтлегенә хәүеф менән янай. Контрафакт  санитария хөрт шарттарҙа, бар ҡағиҙәләрҙе лә иңҡар итеп эшләнә. Шулай уҡ тәмәке эшләүҙә ҡулланылған ҡағыҙҙарҙың, елемдең дә сифаты яҡшынан түгел.  Мәҫәлән, Румынияла күптән түгел генә составында төрегөмөш булған сигареттар һатылған.
Шуға ҡарамаҫтан илдә контрафакт тәмәке менән сауҙала көрәшерлек алымдар юҡ. Уны һатыусыларҙы ла ҡулланыусылар мөрәжәғәт итмәй тороп тикшереү мөмкин түгел. Хоҡуҡ һаҡсыларының да ҡулы бәйле. Бәлки шуғалыр ҙа былтыр республикала ялған тәмәке һатыуҙың бер генә осрағы ла теркәлмәгән. Хәл яҡын арала үҙгәреүе ихтимал, ти белгестәр. Майҙа яңы регламент үҙ көсөнә инә.
Наталья Бикҡолова, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәре: «Яңы техник регламент тап контрафактты сикләүҙе күҙ уңында тота. Тәмәке һатыусыларға талаптар бермә-бер артасаҡ. Уны маркировкалау, сифатына ла ҡәтғи ҡағиҙәләр индереләсәк».
Әле ялған тәмәке һатыусыларға ҡарата яза ла ҡаты түгел. Тауар хаҡы миллиондан ашһа ғына ул контрафакт һанала. Киләсәктә ялған тәмәкеләр йөҙ мең һумлыҡ булһа ла, эш ҡуҙғатыласаҡ. Бынан тыш, ғәйеплеләрҙе иректән мәхрүм итеү язаһы ла ҡарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика