Прокуратура Йылайыр үҙәк дауаханаһында тәртип урынлаштырыуҙы талап итә 24.01.2015

Асыҡланыуынса, ашығыс ярҙам станцияһы дарыуҙар менән 60 процент самаһы ғына тәьмин ителгән, ә хирургия бүлексәһендә  скальпель булмауы һөҙөмтәһендә былтыр пландағы ике операция кисектерелгән.  Бынан тыш, үткән йылдың майында суд ҡарары буйынса ябылған йоғошло ауырыуҙар бүлексәһендә һаман да ремонт эштәре башҡарылмаған.

Шуға ла сирлеләр дөйөм палаталарҙа ятырға, ә  стационар ауырыуҙар тәғәйенләнгән дарыуҙарҙы үҙ аҡсаһына һатып алырға мәжбүр. Бер үк ваҡытта дауахана етәкселегенең бер нисә эшсе  менән хеҙмәт килешеүе төҙөмәүе асыҡланған. Шулай уҡ  йоғошло ауырыуҙар бүлексәһендә эшләүсе шәфҡәт туташтарына нигеҙһеҙ өҫтәмә аҡса түләү туҡтатылған һәм дежур итеү графигы алып барылмаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика