Прививка ваҡытында эшләнергә тейеш 23.06.2014

Бөгөн был турала Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы ултырышында билдәләнде. Быйыл республика йоғошло инфекцияларға ҡаршы 144 миллион һумға вакцина һатып алған. Статистика буйынса, ике йәшкә тиклемге балаларҙың 98 процентына прививка яһалған.

Әммә йоғошло ауырыуҙар менән сирләүселәр һаны һаман да юғары. Шуға күрә, прививкаларҙың милли календаренә үҙгәрештәр индереү ҡаралған. Мәҫәлән, пневмококҡа ҡаршы ике вакцина мотлаҡ рәүештә балаға 1 йәшкә тиклем эшләнергә тейеш. Шулай уҡ, грипҡа ҡаршы вакцина яһау мотлаҡ булған граждандар исемлеге лә артты. Хәҙер был категорияға хроник сирлеләр, ауырлы ҡатындар һәм әрме хеҙмәтенә саҡырылыусылар инә. Эксперттар билдәләүенсә, был саралар балаларҙың да, ололарҙың ҙа йәшәү сифатын күпкә яҡшыртасаҡ, уларҙың һаулығын нығытасаҡ. Сирҙе алдан иҫкәртеү уны дауалауға сарыф ителгән сығымдарҙан күпкә отошлораҡ.

Комментарии
Загрузка

Возврат к списку

Яндекс.Метрика