Остеопорозды дауалауҙың яңы алымы

Остеопорозды дауалауҙың яңы алымы 07.08.2014

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында зарарланған тубыҡҡа компьютер навигацияһы ярҙамында операция эшләнде. Ҡоролма әле Рәсәйҙең ни бары ике ҡалаһында ғына бар. Баш ҡалаға ул  хирургтарҙың тәжрибәһен камиллаштырыу маҡсатында килтерелгән.  

Фәниә Ғәлиуллина ошо көндәрҙә  уң аяғының тубыҡ быуындарына имплантант ҡуйҙырған.  Быға тиклем таяҡһыҙ атлай алмаған ханым операция ярҙамында оҙаҡламай аяҡҡа баҫасаҡ. Һул аяғына былтыр операция эшләткәс, быуындары һыҙлауҙан туҡтай, сәләмәтлеге нығына. Табиптар тулыһынса дауаланыу өсөн ике аяғымды ла дауаларға ҡуштылар, ти ул.  
Операция остеопароз менән ауырыусыларға тәғәйенләнгән.  Быуын кимерсәге ашалып,  күсәренән сығыу сәбәпле  аяҡ  һыҙлай башлай. Бынан тыш  һөйәктәре кәкрәйеүе күҙәтелә. Һөҙөмтәлә күптәр аяҡтан яҙа. Был ауырыуҙы  быуындарҙы рентгенҡа төшөрөп билдәләп була.
Операция барышында тубыҡ быуындары алынып уның урынына тимер имплатант - эндопротез  ҡуйыла. Бындай дауалау алым клиникала 20 йыл самаһы ҡуллыныла.  Быға тиклем имплатанттарҙы урынлаштырыу урынын  хирург үҙе билдәләгән. Әммә был ысулдың етешһеҙлектәре лә бар. Кеше күҙе яһалма һөйөкте теүәл генә урынына ултырта алмай, ә компьютер навигацияһы был эште уңышлыраҡ башҡара.  Операция алдынан аяҡҡа махсус датчиктар ҡуйыла. Компьютер экранында һөйәк-быуындарҙың урынлашыуы күренә.
Эндопротез ҡуйыу алдынан хирургтар һынау өсөн тәғәйенләнгән протез урынлаштырып, уның аяҡҡа тура килеүен тикшерә. Һуңынан ғына кәрәкле үлсәмдә яһалма һөйәк урынлаштырыла. Операциянан һуң 10-12 көндән пациент аяҡҡа баҫа. Иң мөһиме - ваҡытында күнекмәләр яһап тороу.
Остеопароз- элек оло йәштәгеләр ауырыуы булһа, һуңғы йылдарҙа сир йыш ҡына йәштәрҙә лә осрай. Табиптарға көнөнә 80 пациент ошо ауырыу менән мөрәжәғәт итә. Бөгөнгө көндә республикала 2 меңдән ашыу кеше операцияға сиратта тора. Заманса технологиялар ҡулланыу табиптарҙың эшен еңеләйтә. Әгәр ҙә элек тубыҡ быуынына операция яһатырға 10 йыл сират көтөргә тура килһә, хәҙер күпкә кәмерәк.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку