Октябрьский ҡалаһында 80 урынға иҫәпләнгән бала табыу  бүлеге төҙөлә 27.11.2014

Яңы корпус табиптарға әсә ҡарынында уҡ бала үҫешендәге тайпылыштарҙы күреп, сирҙе ваҡытында һәм юғары кимәлдә дауалау мөмкинлеген бирәсәк. Бынан тыш, артабан учреждение төбәк-ара үҙәккә әйләнер тип көтөлә. Ул Баҡалы, Шаран, Туймазы, Бишбүләк һәм Бәләбәй райондарында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡабул итәсәк. Әле бинала кабинеттарҙы йыһазландырыу, эске биҙәү эштәрен теүәлләйһе  ҡалған.

Октябрьский ҡала дауаханаһының бала табыу бүлеге урынлашҡан бинаға 50 йыл самаһы. Ул даими төҙөкләндерелһә лә, ваҡыт үҙенекен итә. Стеналар емерелмәһә лә, штукатурка ҡойолоуы, ярыҡтар барлыҡҡа килеүе - ғәҙәти күренеш. Уның ҡарауы, бында үҙ эштәренең оҫталары булған табиптар эшләй, ти бала табыусы әсәләр. Шул уҡ ваҡытта тағы бер бала табырға тура килһә, яңы бүлеккә эләгергә теләр инек, ти бәхетле әсәләр. Сөнки йыл аҙағында сафҡа индереләсәк бинаға эшләп килгән коллектив тулы составта күсәсәк. Тәжрибәле белгестәр өсөн бында яҡшы йыһазландырылған операция бүлектәре, заманса ҡорамалдар булһа, пациенттар өсөн бер йә ике кешегә иҫәпләнгән уңайлы палаталар ҡаралған. Операция блоктарында хатта һауа ла стерилле. Ул махсус фильтрҙар аша таҙартыла. Был сара инфекция ауырыуҙарына юл ҡуймау өсөн кәрәк, ти белгестәр.
Рөстәм Вәлиев, Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһы баш табибы: «Яңы корпус сабыйҙың сәләмәтлегендәге төрлө тайпылыштарҙы дауалау, ваҡытынан алда донъяға килгән бәләкәстәрҙе аяҡҡа баҫтырыу мөмкинлеген бирә. Беҙ хәҙер хатта 500 граммлыҡ сабыйҙарҙың да ғүмерен һаҡлап ҡала алабыҙ. Элек бындай осраҡтарҙа әсәне Өфөгә ебәрә инек».
Октябрьскийҙа йылдан-йыл тыуым арта. Йылдың тәүге ун айында бында 1620 сабый донъяға килгән. Былтырғы менән сағыштырғанда, күрһәткес 100 осраҡҡа күберәк. Шуға ла заманса йыһазландырылған, яңы дауалау алымдарын ҡулланыу мөмкинлеген биргән бала табыу бүлеге - көн талабы. Ҡала дауаханаһының яңы бинаһы буласаҡ әсәләрҙе йыл аҙағында ҡабул итә башлаясаҡ.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика