Оҙайтылған ғүмер

Оҙайтылған ғүмер 08.09.2014

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптары бауыр күсереп ултыртыу операцияһын уңышлы эшләп, сираттағы пациенттың ғүмерен оҙайтты.

Ике боҙоҡ машинанан берҙе йыйып була, әлбиттә. Әммә бөгөнгө медицина атҡарған ҡайһы бер операциялар ҙа шундайыраҡ ысулды хәтерләтә. Дауахана коридоры буйлап атлап килеүсе пациент та тап ошондай хәлдең асыҡ миҫалы. 52 йәшлек Михаил Бирюков хәҙер донорҙан күсереп ултыртылған бауыр менән йәшәй. Михаил Бирюков бөгөнгө көнгәсә водитель булып эшләгән. Көтмәгәндә хәле бөтә башлай, йөҙҙәре һарғая төшә.
Михаил Бирюков, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы пациенты: «Операциянан һуң хәлем яҡшырҙы. Ауырығанда ныҡ хәлем бөтә ине. Йөҙөм һарғая башлағас, күп уйларға әмәл ҡалманы, табиптарға килдем. Миңә күсереп ултыртылған бауыр сит кеше органы булып та тойолмай».
Йәшәү өсөн көрәштә берҙән-бер юл - операцияға ятыу ҡала. Хирургтар үҙҙәре лә ышанып етмәгән мөғжизә килеп сыға. Пациент күҙгә күренеп яҡшыра, ашай, үҙ аллы хәрәкәт итә. Анализдары ла яңы тыуған баланыҡы кеүек. Бүлек етәксеһе Рөстәм Әбдиев әйтеүенсә, пациентты, йәғни уның бауырын тәүҙә дауалап ҡарайҙар. Ярты йыл ваҡыт үтеп китеүе был юлдың өмөтһөҙ икәнен күрһәтә. Тура тәржемә иткәндә, «бәхетһеҙлек бәхетле итте»тигән әйтем бар. Михаил Бирюковҡа килгәндә инде, баш һөйәге һәм мейе йәрәхәтенән үлгән берәүҙең бәхетһеҙлеге ҡотҡарған уны. Бөгөн республикала тағы ла 40 пациент донор бауырына сиратта тора. Мәсьәләне трансплантология тураһындағы закондың булмауы ҡатмарлаштыра, ти табиптар. Бауыр күсереп ултыртыу буйынса дүртенсе операция уңышлы үтте. Тәүге өс пациент та күҙәтеү аҫтында тора. Уларҙың хәле зарланырлыҡ түгел, ти табиптар.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку