Нисек йәшәйһең, ауыл табибы? 28.03.2015

Федераль проект ярҙамында республикала 900-ҙән ашыу медицина белгесе ауылға эшкә барған. Проектта ҡатнашыусыларҙың йәше хәҙер ҡырҡ бишкә тиклем оҙайтылды. Тимәк, программала ҡатнашырға теләүселәр ҙә артасаҡ. Миллион артынан районға эшкә барып та аҡса ала алмағандар ҙа бар бит әле. Улар кире ҡайтып китһә, медицина белгестәренә ҡытлыҡ мәсьәләһе нисек хәл ителер?

Альбина Әхмәҙиева тире-венерик ауырыуҙар табибы. Өфөлә юғары уҡыу йортон тамамлап Шишмә район дауаханаһына эшкә былтыр сентябрҙә урынлашҡан. Уның менән бергә тағы ете йәш белгес хеҙмәт юлын тап ошонда башлаған. Йәштәр «Ауыл табибы» проектында ҡатнашырға теләк белдереп документтарын тапшырған. Әммә миллион һумды ала алмағандар. Ә 2013 йылда бында эшкә килгән егерме биш белгескә дәүләт ярҙамы бирелгән.
Альбина Әхмәҙиева, тире-венерик ауырыуҙар табибы: «Беҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртырбыҙ тип өмөтләнгәйнек. Дәүләт ярҙамы булыр тип ышанғайныҡ».
Ә бына 2012 йылда Ҡырмыҫҡалы дауаханаһына эшкә барған Өфө егете Дим Иҫәнбаевҡа уңыш йылмайған. Ул бер миллионға өҫтәп йөҙ мең һум да алған. Йәш ғаилә башлығы субсидияны баш ҡалала фатир һәм еңел автомобиль һатып алыуға тотонған. Хәҙер көн һайын Ҡырмыҫҡалыға йөрөп эшләй.
«Ауыл табибы» программаһына ярашлы, ике йыл эсендә Ҡырмыҫҡалыға егерме ете, Шишмәгә егерме биш белгес эшкә килгән. Уларҙың бөтәһенә лә проектҡа ярашлы субсидия бирелгән. Федераль программа ярҙамында 2012 йылда республикала 610 табип ауылға эшкә ҡайтҡан. Уларҙың бөтәһенә лә сығымдар федераль ҡаҙнанан ҡапланған. Ә бына 2013 йылда инде проектты финанслауға респулика бюджетынан да аҡса тотонолған. Ул 275 кешегә иҫәпләнһә, былтыр квота менән 50 табип ҡына файҙалана алған, быйыл республикала маҡсатлы программаға 100 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Киләсәктә был сумманы арттырып булыр тип күҙаллана. Әле проект сығымдарының яртыһы федераль,яртыһы республика бюджетынан ҡаплана.
Эмиль Уйылданов, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының әйҙәүсе белгесе:  «Былтыр «Ауыл табибы» программаһына эләкмәгән белгестәр 326-сы Федераль законға ярашлы, программала быйыл ҡатнаша ала. Улар быға тиклем эшләгән урынынан икенсе ауылға йә ҡасабаға эшкә күсергә тейеш һәм документты яңынан тапшырырға бурыслы».
Ҡапҡан һайын ҡалъя булмай тигәндәй, бер йылда ғына егерме биш белгес менән тулыландырылған Шишмә дауаханаһына икенсе йыл миллиондар тәтемәүе аңлашыла. Квоталарҙы бүлгәндә дауахананың белгестәргә ихтыяжлығы, үҙәктән алыҫ ятыуы һәм башҡалар ҡарала. Шуныһын да билдәләп үтмәй булмай, күҙәтеүҙәрҙән күренеүенсә, баш ҡалаға яҡын урынлашҡан райондарға эшкә барыусыларҙың күбеһе субсидияны - Өфөнән фатир һатып алыуға тотона. Тимәк, биш йыл буйы юл йөрөп туйған табип килешеүҙәге ваҡыт үтеү менән кире ҡалаға һыпыртмаҫ тимә. Шишмә районына килгәндә, былтыр эшкә урынлашҡан һигеҙ табиптың береһе китергә өлгөргән дә инде. Ә ҡалғандарына миллионер булырға теләһәләр, икенсе район дауаханаһына күсергә һәм проектта ҡатнашыу өсөн яңынан документ тапшырырға тура киләсәк.
Рәмилә Исмәғилева


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика