Нефтекама ҡалаһында электр тогынан һуғылған 14 йәшлек малайҙың хәле ҡыуанырлыҡ түгел

Нефтекама ҡалаһында электр тогынан һуғылған 14 йәшлек малайҙың хәле ҡыуанырлыҡ түгел 01.10.2014

Табиптар уны йоҡлатып тота.  62 проценттан ашыу тәне бешкән баланы аңында тотоу мөмкин дә түгел, ти белгестәр.

Электр тогынан үҫмер тимер юлында уйнап йөрөгәндә һуғыла. Балалар ҡыҙыҡһынып йөк вагонына менә һәм яңылыш сымға ҡағыла. Малайҙың тәне аша 27 мең вольт электр тогы үтә, кейеме яна. Табиптар тәүҙә 80 процент тән бешеүе тураһында белдерһә, баш ҡала белгестәре дәрәжәне әҙерәк кәметә. Ләкин был малайҙың хәлен еңеләйтмә , ти республиканың тән бешеүҙе дауалау үҙәге хеҙмәткәрҙәре.

Руслан Ғиматдинов, республиканың тән бешеүҙе дауалау үҙәге табибы: «Малайҙың хәле үтә насар. Беҙ уны реанимация бүлегендә йоҡлатып тотабыҙ. Бер нисә операция үткәрергә тура килде. Ошо көндәрҙә яңы тире күсереп ултыртыу буйынса тағы ла операция эшләйәсәкбеҙ. Ниндәйҙер фараздар йөрөтөргә әле иртәрәк».

Бәхеткә күрә ,үҫмерҙең эске органдары зыян күрмәгән. Әйткәндәй, үҫмер токтан һуғылғандан һуң медицина пунктына тиклем үҙе атлап барған. Баш ҡалаға килтерелгәндә лә ул үҙ аңында булған. Был инде малайҙың организмы көслө булыуы һәм иҫән ҡалырына ишара, ти белгестәр. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку