Медицина катастрофаһы, тән бешеү 11.09.2014

Һаулыҡ һаҡлау системаһында был йүнәлеш  Башҡортостандағы  Оло Тәләк фажиғәһенән һуң ныҡлап өйрәнелә башлай. Шуға күрә ошо темаға арналған коференцияның да бөгөн тап Өфөлә ойошторолоуы нигеҙһеҙ түгел.

Фажиғә 25 йыл элек июнь башында була. Әшә станцияһынан алыҫ түгел  Адлерҙан Новосибирскиға һәм Новосибирскиҙан Адлерға йүнәлгән ике поезд осраша. Тап ошо мәлдә  магистраль газ үткәргесендә торба шартлай. Уның ҡеүәте 300 тонна тротил көсөнә тиңләнә.  Фажиғәлә  575 кешенең ғүмере өҙөлә, меңдән ашыу кеше тәне бешеп дауаханаға эләгә. Табиптар әйтеүенсә, уларға бишәр тәүлек дауаханала ҡунып, кешеләрҙең ғүмере өсөн көрәшергә тура килә. Аҡ халатлылар араһында  һуштан, хатта аҡылдан яҙып йығылыусылар ҙа була.
Табиптар әйтеүенсә, фажиғә мәлендә бәйләнеш етмәүе, әлеге кеүек кеҫә телефондарының булмауы ҡамасаулай. Әммә табиптар  бар  белемен, көсөн һала. Бөгөнгө конференцияла  аҡ халатлылар тәжрибә уртаҡлашты, фекер алышты. Сарала  тән бешеүҙе дауалау  буйынса иң данлыҡлы белгестәр ҡатнаша, улар илдең төрлө төбәктәренән йыйылған, сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар бар. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова йыйылыусыларҙы тәбрикләп, был форумдың мөһимлеген билдәләп үтте. Бөгөн дә тән бешеү осраҡтары бик күп, янған кешеләрҙең 2 проценты инвалид булып ҡала, 40 процентына даими дауалау курсы талап ителә. Шуға күрә тупланған тәжрибәне йәштәргә еткереү, алдынғы алымдарҙы ҡулланыу мотлаҡ, тип билдәләнде ултырышта. Ошонда уҡ заман технологиялары ҡуйылған күргәҙмә лә ойошторолдо.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика