Март айында Туймазы районында ҡыҙылса сире менән ауырыусылар теркәлгәйне

Март айында Туймазы районында ҡыҙылса сире менән ауырыусылар теркәлгәйне 20.04.2015

Мәскәү өлкәһендә вахта менән эшләүсе ир, сирҙе эштә йоҡтора.

Башҡортостан буйынса Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү  идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2014 йылда республикала был сир менән ауырып китеүҙең ике осрағы теркәлгән. Рәсәйҙә, иһә был күҙлектән эпидемиологик  хәл яҡшы түгел. Былтыр илдә ҡыҙылса менән ауырыусы 4 мең 690 кеше  табипҡа мөрәжәғәт иткән, был 2013 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. Әле йоғошло сирҙең Саха республикаһында вахта ысулы менән эшләүселәр араһында күбәйеүе күҙәтелә. Башҡортостан буйынса Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы ҡыҙылсаның ҡурҡыныс сир булыуы тураһында хәбәр итә. Бөгөн ауырыуҙы иҫкәртеү вакцина ярҙамында башҡарыла. Ҡыҙылса теркәлгән төбәктәргә сығыусылар профилактик саралар уҙырға бурыслы. Вакцинаны йәшәгән урын буйынса теркәлгән поликлиникала эшләтергә мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика