Мөғжизәме әллә тәбиғи күренешме?

Мөғжизәме әллә тәбиғи күренешме? 09.08.2014

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында табиптар йәшен илленән үткән ханыма яңы һөйәк үҫтергән.

Балаҡатай районынан Әнисә Аллаярова  5 йыл элек юл фажиғәһенә эләгә. Уң ҡулында һөйәге һына. Ханым 7 операция кисерә. Ләкин улар һөҙөмтәһеҙ була. Ҡатындың ҡул һөйәгенең һынған өлөшө әкренләп тарала башлай. Күпмелер ваҡыттан ҡулы бөтөнләй  хәрәкәтһеҙ ҡала.
Ярты йыл элек Әнисә Аллаярованың ҡулына Илизаров ысулы буйынса протез ҡуялар. Тимерҙәрҙән торған ҡоролма ҡул һөйәген тарттырып тора. Ҡатын ай һайын дауаханала табиптарҙа тикшеренеү үтә. Тәүлек  һайын һөйәк бер миллиметрға үҫә. Башҡортостанда ҡул һөйәген яһалма ысул менән үҫтереү буйынса быға тиклем тәжрибә булмаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку