Мәсетле районында балаларҙы шифахана-курорттарҙа дауалау һәм медицина реабилитацияһы уҙғарыу мәсьәләһе буйынса ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы

Мәсетле районында балаларҙы шифахана-курорттарҙа дауалау һәм  медицина реабилитацияһы уҙғарыу мәсьәләһе буйынса ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы 09.09.2014

Унда республиканың балалар шифаханаларында эшләүсе табибтар, Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары,  ҡыҫҡаһы, тармаҡ белгестәре йыйылды. Фекер алышыу ошо көндәрҙә 70 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Мәсетле балалар шифаханаһында үтте. Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә киң танылған шифаханала балаларҙа тын юлдары сирҙәрен дауалауға төп баҫым яһала.

Шифаханаға балалар  ата-әсәләре менән бергә ҡабул ителә. Ҡарағай урманының шифаһы, ҡымыҙ һәм заман технологияларын уңышлы ҡулланыу үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Шуға ла күптәр бында бер-нисә тапҡыр килеүҙе хуп күрә.  Рәсәйҙә ҡабул ителгән һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү программаһында реабилитация мәсьәләләренә айырым  урын бүленгән. Белгестәр фекеренсә, Мәсетле балалар шифаханаһының был йәһәттән тупланған бай тәжрибәһе заман талабына яуап бирә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика