Иғтибар, ярҙам кәрәк!

 Иғтибар, ярҙам кәрәк! 24.09.2014

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының  «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары һәм «Комсомольская правда» гәзите менән берлектәге  проекты дауам итә.  Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе алты айлыҡ  Даниил Куцак тайыш аяҡлыҡтан интегә. Сирҙе еңергә булла, ти республика табиптары. Бының  өсөн  дауаланыуға 120 мең  һум аҡса талап ителә. Ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөт итә.
  

Алты айлыҡ Даниилдың ҡурсаҡтыҡылай бәләкәй генә аяҡтары ни генә кисермәгән. Табиптар тыуыу менән балаға ике яҡлы тайыш аяҡлыҡ диагнозы ҡуя. Ультратауыш һәм башҡа тикшереүҙәр ҙә сабыйҙың сирле тыуасағын белгертмәне, ти йәш әсә. Аяҡ башындағы деформация күберәк тыумыштан була, һәм малайҙарҙа йышыраҡ осрай. Ғәҙәттә, сабый дүрт айлыҡ булғансы тайпылыш төҙәтелә. Улдары донъяға килеп бер ай үткәс, ғаилә Республика балалар клиник дауаханаһына йөрөй башлай.

Регина Куцак, Даниилдың әсәһе: «Өфөгә аҙна һайын йөрөнөк. Барған һайын гипс менән бәйләүес эшләнеләр. Операция яһанылар. Бына урындары күренеп тора. Шунан ике-өс аҙна буйы аяғы гипста булды. Балабыҙҙың бәләкәй генә йөрәге ни генә кисермәне».

Даниилдың аяҡтары хәҙер турайған. Артабан Республика балалар клиник дауаханаһында малайҙың аяҡтарын Понсети ысулы менән дауалаясаҡтар. Табиптар уның ярҙамында сирҙе тотош һәм эҙемтәһеҙ еңеп булыуын билдәләй. Аяҡтарҙың төҙәлеүенә махсус аяҡ кейеме - брейстар ҙа ярҙам итә, ти белгестәр. Уларҙы Даниилға дүрт йәшенә тиклем кейергә тура киләсәк.

Дауаланыу һәм ортопедик аяҡ кейеме алыуға 120 мең һум кәрәк. Уның өсөн ғаилә башлығы тапҡан аҡса ғына етмәй. Беҙ сабыйға бергәләп ярҙам итә алабыҙ. Малайҙың яҙмышына битараф булмаған һәр кем 5541 һандарына «ДЕТИ» һүҙен яҙып, смс хәбәр ебә ала. Уның хаҡы - 75 һум. Даниил аяғына баҫасаҡ, ти табиптар. Тәүге аҙымдарын яһарға күмәкләп ярҙам итәйек.

Рәмилә Исмәғилева


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика