Мәрхәмәтле мөхит

Мәрхәмәтле мөхит 13.04.2016

Һәр шаршамбы беҙ ярҙамға мохтаж балалар тураһында һөйләйбеҙ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары менән берлектә ойошторған марафоны дауам итә. Сюжетыбыҙҙың бөгөнгө геройы Күмертау ҡалаһында йәшәүсе Екатерина Куликова. Һигеҙ йәшлек ҡыҙ шәкәр диабетының беренсе төрө менән яфалана.

Глюкометр күрһәткесе бик үк яҡшынан түгел. Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙың шәкәр кимәле норманан дүрт тапҡырға юғары. Шуға ла Катя хәлһеҙлек, башы әйләнеү менән ыҙалай. Ҡыҙҙа шәкәр диабетының беренсе төрө. Диагноз уға биш йәш сағында ҡуйылған. Ауырыу ғаиләнең яҙмышын ҡырҡа үҙгәртә. Әсә ҡыҙын ҡарар өсөн эштән китергә мәжбүр була. Тәүлегенә биш тапҡыр инсулин ҡаҙау, баланың дөрөҫ туҡланыуын контролдә тотоу шуны талап итә.
Юлия Куликова, Екатеринаның әсәһе: «Ярай әле, балалар баҡсаһы, мәктәп етәкселеге беҙҙең хәлде аңлап, баланы ҡабул итеүгә ҡаршы булманы. Ҡыҙым әүҙем тормош алып бара, юғалып ҡалғандарҙан түгел. Шуға ла уны гел ауырыу тураһында ғына уйландырырға тырышмайбыҙ. Барыһы ла яҡшы буласаҡ тип  йыуатабыҙ».
Әлеге ваҡытта Катя беренсе синыфта белем ала. Художество мәктәбендә шөғөлләнә. Тиҫтерҙәре кеүек күпте белергә, өйрәнергә ынтыла, сәхнәлә сығыш яһау тураһында хыяллана. Тик ауырыу күп нәмәнән баш тартырға мәжбүр итә. Баланың хәлен еңеләйтеү өсөн уға инсулин помпаһы талап ителә. Препарат хаҡы 199 мең дә 676 һум. Екатеринаға ярҙам итергә теләүселәр 5542 һандарына «ДЕТИ» һүҙен яҙып смс хәбәр ебәрә ала. Уның хаҡы 75 һум. Ҡайһы бер осраҡтарҙа смс-ты раҫлау талап ителә. Мәрхәмәтле булайыҡ!

Уҙған аҙнала беҙ Учалы ҡалаһында йәшәүсе йөрәк сиренән яфаланған  Вилена Әхмәтйәнова тураһында һөйләгәйнек. Телевизор ҡараусылар ярҙамында тейешле сумма йыйылды. Ярҙам ҡулы һуҙыусыларға ғаилә рәхмәтен белдерә. Ҡыҙға тиҙҙән операция яһаласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика