Мәрхәмәтле мөхит 25.11.2015

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының  «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары менән берлектәге проекты дауам итә. Уның сиктәрендә изге күңелле кешеләр ярҙамында ауырыу балалар дауалана, ҡиммәтле препараттар менән тәьмин ителә. Бөгөнгө сюжетыбыҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Матвей тураһында. Уға ярҙам кәрәк. Өс йәшлек малай шәкәр диабеты менән сирләй.  

Өс йәшлек Матвей машиналарын һүтеп йыйырға ярата. Уйынсыҡтар араһында етди техник әйберҙәре лә бар. Ҡыпсыуыр, отвертка менән ул эш итә белә. Кәрәк икән машина тәгәрмәсен, кәрәк икән ултырғыс шөрөбөн бороп китә.
Шулай ҙа тиктормаҫ малай тиҫтерҙәре менән йыш ҡына уйнай алмай. Күберәге көндәрен дүрт стена артында үткәрергә мәжбүр. Матвей шәкәр диабетының беренсе төркөмө менән сирләй. Ҡанындағы шәкәр кимәле күтәрелмәһен өсөн гел дә укол ҡаҙатыу талап ителә - көнөнә алты тапҡыр.
Алина Иванова, Матвейҙың әсәһе: «Шәкәр кимәлен тикшерәбеҙ тип бармаҡтарын тишеүҙән хатта, тиреһе лә һыҙырыла башланы. Контролдә тотоу кәрәк бит, ни эшләтәһең инде?! Күп һанлы укол ҡаҙауҙарҙан урындары шешә. Ҡайһы бер саҡта дөрөҫ ҡаҙамаған осраҡта, күгәреп тә сыҡҡан ваҡыттар булғылай. Әлбиттә, бала был уколдарҙы ҡыйын кисерә. Шуға ла инсулин помпаһы талап ителә».
Матвейға беҙ бергәләп ярҙам итә алабыҙ. Хәйриә акцияһына теләге булған һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн 5542 һандарына «ДЕТИ» һүҙен ебәреү шарт. СМС-хәбәр хаҡы - 75 һум. Хәбәрҙе күп тапҡыр ебәрергә мөмкин, мобиль оператор аҡсаны күсереүҙе һорағанда раҫлау талап ителә. Шулай уҡ rusfond.ru/Bashkortostan сайтына инеп иғәнәнең башҡа төрөн дә һайларға мөмкин. Мәрхәмәтле булайыҡ!

Уҙған сығарылышта беҙ йөрәк сиренән яфаланыусы Виктория Алтухова тураһында яҙма күрһәткәйнек. Ике йәшлек ҡыҙға тиҙ арала операция яһарға кәрәк. Бының өсөн 136 мең 157 һумлыҡ имплант талап ителә. Аҡса йыйыу дауам итә. Ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөтләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика