Мәрхәмәтле мөхит 12.11.2015

Сибай ҡалаһында йәшәүсе биш айлыҡ Роман Новиков мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж. Сабый Аперта синдромынан интегә. Баш һөйәге дөрөҫ үҫешмәгәнлектән, уның аяҡ-ҡулындағы бармаҡтары бер- береһенә ҡушылған. Был кәмселекте бөтөрөү өсөн малайға бер нисә ҡатмарлы операция яһау талап ителә.

Роман Новиковтың ҡулындағы бармаҡтары айырылмағанлыҡтан, ул уйынсыҡтар ҙа тота алмай. Ләкин сабыйҙың әсәһе улының төҙәлеп, киләсәктә футбол уйнаясағына ышана.  Ҡурҡыныс диагнозды табиптар бәпес тыуып бер ай үткәс ҡуя.  Аҡ халатлылар Елена Новиковаға сабыйынан баш тартырға ҡушһа ла, әсә ҡаршы килә. Ҡурҡыныс ауырыу менән көрәшә башлай. 2 сентябрҙә Романдың баш һөйәгенә Мәскәүҙә операция эшләйҙәр. Малайҙың  мейеһе үҫешһен өсөн махсус ҡоролмалар ҡуйыла. Ундағы пружиналарҙы 12 сәғәт һайын бороп торорға кәрәк. Аппарат ярҙамында сабый ярты йыл йәшәйәсәк.
Елена Новикова, әсә: «Улымдың бармаҡтарын айырыу өсөн тағы ла алты ҡатмарлы операция эшләтергә кәрәк. Һәр операцияла берәр бармаҡ айырыла. Уның хаҡы 119 мең һум».
Новиковтар ғаиләһенең бындай аҡсаһы юҡ. Сибай ҡалаһында сабыйға ярҙам итер өсөн  һәүәҫкәр артистар хәйриә концерты ла ойоштора. Унда Роман Новиковҡа ярҙам итергә теләүсе йөҙҙән ашыу кеше йыйыла.
Әгәр ҙә һеҙ ҙә Роман Новиковҡа ярҙам итергә теләһәгеҙ экрандағы банк иҫәбенә аҡса күсерә алаһығыҙ. Белешмә өсөн телефон: 8 937 16 74 865. Мәрхәмәтле булайыҡ!

ИҒТИБАР, ЯРҘАМ КӘРӘК!
ҺАҠЛЫҠ БАНКЫНДАҒЫ ИҪӘП
4276 8801 8204 6411
БЕЛЕШМӘ ӨСӨН ТЕЛЕФОН: 8 937 16 74 865

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика