Мәрхәмәтле мөхит

Мәрхәмәтле мөхит 01.04.2015

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының  «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары һәм «Комсомольская правда» гәзите менән берлектәге проекты дауам итә. Уның сиктәрендә изге күңелле кешеләр ярҙамында ауырыу балалар дауалана, ҡиммәтле препараттар менән тәьмин ителә. Республика халҡы ишетеү аппаратына мохтаж булған Виктория Ильинаға, балалар церебраль фалижы менән интегеүсе Виолетта Селинаға ла битараф ҡалмай.

Викторияға 4 йәш тулғас ҡына, табиптар ҡыҙҙың ҡолаҡ ҡатылығы менән яфаланыуын белеп ҡала. Балаға ишетеү аппараты ҡуйыла, ләкин ҡоролма иҫкереү сәбәпле, Виктория Ильинаның һаулығы ҡаҡшай башлай. Уға тулы тормош менән йәшәр өсөн күп каналлы ишетеү аппараты талап ителә. Ләкин ғаиләнең ҡиммәтле ҡоролманы һатып алырлыҡ мөмкинлеге булмай.
Былтыр 5 ноябрҙә Виктория хаҡында видеояҙманы күрһәткәндән һуң мәрхәмәтле кешеләр үҫмергә ярҙам иткән. Уға 189 мең һумлыҡ  аппарат һатып алынған. Ҡыҙ яңы ҡоролма ярҙамында  тауышты яҡшы айыра. Шым ғына һөйләшкәнде лә ишетә, матур итеп яуап ҡайтара. Уҡыуында ла яҡшы үҙгәрештәр бар, дуҫтары артҡан.
Ишембай ҡалаһынан  Виолетта Селина балалар церебраль фалижынан интегә. Алты йәшлек ҡыҙ атлай ҙа, баҫып тора ла, ултыра ла алмай. Сабыйға республиканың, Рәсәйҙең төрлө реабилитация үҙәктәрендә дауаланыу ыңғай һөҙөмтә биргән. Ҡыҙыҡай ашарға, һүҙҙәрҙе бик аңлашылып бөтмәһә лә һөйләшергә өйрәнгән.  Тик  сир балаға артабан үҫергә мөмкинлек бирмәй.
Регина Селина, Виолеттаның әсәһе /Ишембай ҡалаһы/: «Бер йәш тә ике айҙа беҙгә церебраль фалиж диагнозы ҡуйҙылар. Башта был ҡурҡыныс ауырыуға ышанғы ла килмәй ине. Иң ауыры - ҡулдары бөтөнләй тыңлашмай».
Ауыр сирҙе еңеү өсөн Виолетта Селинаға Мәскәү медицина технологиялары институтында дауаланыу талап ителә. Былтыр 6 августа күрһәтелгән сюжеттан һуң кәрәкле сумма - 188 мең һум аҡса йыйыла һәм ҡыҙ ниһайәт, дауалау курсы үтә. Терапия һөҙөмтәһендә Виолеттаның хәле бер аҙ  яҡшырған. Ҡыҙ үҙаллы ултырырға, баҫырға тырыша.  Бала ҡайғыһын уртаҡлашыусыларға ата-әсәләр бөгөн оло рәхмәтен белдерә. Ауыр сирҙән интегеүсе балаларға хәйриә марафоны дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән сығарылыш геройы Арсений Луговой ҙа 200 мең һумлыҡ  инсулин помпаһына мохтаж.  Ете йәшлек малай шәкәр диабетынан яфалана. Уға ярҙам итергә теләүселәр 5541 һандарына «ДЕТИ» һүҙен яҙып, смс-хәбәр ебәрә ала. Уның хаҡы - 75 һум. Мәрхәмәтле булайыҡ!
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика