«Мәрхәмәт»  балаларҙы үҫтереү фонды  2011 йылда 1-cе «Ҙур химия» форумы  хәйриә акцияһы сығымдарына төҙөлә 11.06.2015

Мөмкинлектәре сикләгән балалар менән эшләүсе фонд асылыуға дүрт йыл ваҡыт үткән. Бөгөн уларҙың тыуған көнө шатлығын даими бағыусылары ла уртаҡлашты.

Был синыфта һәр бер бала менән айырым дәрестәр үткәрәләр. Камилла Батыршина математика  дәресен ярата. Тыумыштан церебраль фалиждан интеккән ҡыҙҙың был фән буйынса ярайһы уңыштары бар. Ул ата-әсәһе ярҙамында дәрестәрҙе ҡалдырмаҫҡа тырыша.
Гөлнара Исмәғилева, дефектолог: «Был уҡыусымдың уңыштары күҙгә күренеп тора. Ул тырыш һәм ихлас. Уларҙың диагнозы ауыр булһа ла, беҙҙең менән шөғөлләнеү тик файҙаға ғына».
Ярты йыл элек  алты йәшлек Радмир бөтөнләй хәрәкәтләнә алмаған, имгәкләп кенә йөрөгән. Шуға ҡарамаҫтан ул концертҡа үҙ аяҡтарында атлап килгән. Ете ай был үҙәккә шөғөлләнеү ваҡытында малайҙың физик һәм рухи үҫешендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Олатаһы ейәненең уңыштарына ҡыуанып бөтә алмай.
Дүрт йыл эсендә башҡа тәрбиәләнеүселәрҙә лә  алға китеш бар. Ете йәшлек Катя Игнатьева скрипкала оҫта итеп уйнай. Ул да ауыр диагнозды еңеп сәхнәгә күтәрелә алған.
Ун бер йәшлек Камилла Хәбибуллина бар теләген биреп фортепьяно класында шөғөлләнә. Моң улар өсөн дауа ролен дә үтәй.Ҡыҙҙың бәләкәй, тилбер ҡулдарына күҙ эйәрмәй.
Камилла Хәбибуллина:  «Бөтәһе лә минең кеүек шаян түгел, мин күңелсәк кеше, шуға ла еңел уйнайым. Музыка менән икенсе йыл шөғөлләнәм».
«Мәрхәмәт» хәйриә фондының балалар үҙәгендә 250 -нән ашыу кеше шөғөлләнә. Унда йәш айырмалыҡтары юҡ. Бында церебраль фалиж, дауна синдромы һәм аутизм диагнозы булған балаларҙы йөрөтәләр.
Дилара Аҡбашева, «Мәрхәмәт» хәйриә фонды эргәһендәге балалар  үҙәге психологы: «Беҙҙең «Мәрхәмәт» үҙәге дүрт йыл дауамында эшләй. Бөгөн беҙҙең үҙәктә ҙур байрам. Беҙҙе бағыусылар өсөн концерт үткәрәбеҙ. Унда иң һәләтле һигеҙ бала сығыш яһаясаҡ».
Бында кемгә ниндәй ярҙам күрһәтелеүҙең махсус иҫәбен алып бармаһалар ҙа, балалар менән шөғөлләнеүсе белгестәр, йәш быуын тормошта юғалып ҡалмаһын өсөн  бар йәнен һалып эшләй.  
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика