Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙән мөмкинлектәре сикһеҙҙәргә табан

Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙән  мөмкинлектәре сикһеҙҙәргә табан 06.08.2014

Белорет ҡалаһында дәүләт һәм шәхси ойошма хеҙмәттәшлеге нигеҙендә төҙөлгән спорт майҙансығы асылды. Бында урынлашҡан махсус тренажерҙар тәү сиратта мөмкинлектәре сикле балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән, күнекмәләр реабилитация  курсына инә. Ҡалалағы яңы  комплекс паралимпия чемпиондарын тәрбиәләүгә өлөш индерер тип өмөт итәләр.

Илдарға һәр хәрәкәт ҙур ауырлыҡ менән бирелә. Егеткә тыуғас та  церебраль фалиж диагнозы ҡуйылған. Шуға ҡарамаҫтан, ул үҙен башҡаларҙан бер ҙә кәм тоймай: әүҙем тормош алып бара, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Илдар яратҡан йырсыһына ҡушылып йырларға ярата, республика кимәлендәге ижади бәйгеләрҙән дә ситтә ҡалмай. Ләкин тормошон ул спорт менән бәйләргә теләй. Быға бер ҙә аптырарлыҡ түгел. Сөнки егеткә дүрт  тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зариповтың миҫалы өлгө булып тора. Белорет ҡалаһындағы мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн реабилитация үҙәге нигеҙендә спорт майҙансығы асыу тантанаһында чемпион үҙә лә ҡатнашты. Был комплекс дәүләт һәм шәхси ойошмаларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлегенең сағыу өлгөһө булып тора, бөтә сығымдарҙы «Ингосстрах» компанияһы ҡаплаған.
Бында урынлашҡан тренажерҙарҙа мөмкинлектәре сикләнгәдәр ҙә шөғөлләнә ала. Ҡоролмалар төрлө мускул һәм быуындарҙы эшләтеүгә йүнәлтелгән, бында шөғөлләнеүсенең шулай уҡ ҡан әйләнеше һәм хәрәкәт итеүе яҡшыра, ти белгестәр. Спорт майҙансығы Белореттағы реабилитация үҙәгенең эшен яңы кимәлгә күтәрер тип көтөлә.
Тәү сиратта майҙансыҡтағы тренажерҙар таяныу һәм хәрәкәт итеү аппаратында кәмселектәре булған балаларға файҙалы, ләкин бында теләге булған һәр кем шөғөлләна аласаҡ, ти реабилитация үҙәге белгестәре. Киләсәктә ул балаларҙың яратҡан ял урынына әйләнергә тейеш.
Майҙансыҡтағы тренажерҙарҙың асыҡ һауала урынлашыуы  уларҙың хеҙмәт итеү осорон бер нисек тә ҡыҫҡартмаясаҡ. Ҡоролмалар һауа шарттарына тулыһынса яраҡлаштырылған. Ә инде саф һауала физик күнекмәләр менән шөғөлләнеү ни тиклем файҙалы булыуын әйтеп тораһы ла түгел. Бында буласаҡ чемпиондар тәрбиәләнер, тип өмөт итә ойоштороусолар.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку