Халыҡтың күбеһе медицина учреждениеларына иртәнге сәғәттәрҙә мөрәжәғәт итергә күнеккән 10.06.2016

Шуға табиптарға һыу буйы сират йыйыла. Ә бына ваҡыттарын дөрөҫ файҙаланыусылар аҡ халатлыларға төштән һуң эләгергә тырыша. Бындай осраҡта кеше лә күп түгел, нервылар ҙа тыныс.  Был турала бөгөн Өфөлә «түңәрәк өҫтәл» артында үткән һөйләшеүҙә Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Вәлиев белдерҙе.

Уңайлы медицина ярҙамы, табипҡа алдан яҙылыуҙа килеп тыуған проблемаларға арналған һөйләшеүгә Өфөләге поликлиникалар етәкселәре саҡырылды.  Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре фекеренсә, кешеләрҙән килгән ялыуҙар араһында медицина өлкәһенә бәйле мөрәжәғәттәр күп. Уларҙың байтағы профилле белгестәргә эләгә алмауына зарлана.  
Килеп тыуған уңайһыҙлыҡтарҙа медицина учреждениелары етәкселәрен ғәйепләп булмай тиелде осрашыуҙа. Бар мәсьәлә кадрҙарҙың, айырыуса теге йәки был йүнәлештәге табиптарҙың етешмәүенә ҡағыла. Был проблема республиканың барлыҡ  төбәктәре өсөн дә хас күренеш. Мәҫәлән, электрон ысул менән күпселек осраҡта заман технологияларын яҡшы белгән йәштәр генә ҡуллана. Олораҡ быуын вәкилдәре был ысулға ышанмай йәки ҡуллана белмәй, сиратта тороуҙы хуп күрә. Шуға ла килеп тыуған мәсьәлә камиллаштырыуҙы талап итә тиелде осрашыуҙа.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика