Кескәй пациенттарҙың сәләмәтлеге һағында 24.12.2015

Салауат районының Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында балалар поликлиникаһы айырым бинала эш башланы. Ул элекке балалар бүлексәһенә күсте.

Айһылыу Вәлиева улы менән балалар поликлиникаһына район үҙәгенән 32 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Бишәүҙәр ауылынан килгән. Бығаса дауаханала медицина тикшереүен үтеү ике көнгә һуҙылһа, хәҙер бер сәғәт эсендә бар табиптарға күренеп була, ти өс бала әсәһе. Шуға ла ул үҙәк район дауаханаһында уңайлы шарттар тыуҙырылыуына ҡәнәғәт
Иҫке бинаға яңыса һулыш тип тә әйтергә мөмкин был медицина учреждениеһын. Балаларҙың ололар менән бергә сират көтөп ултырыуҙары, шулай уҡ табиптарҙың ике сменаға бүленеп эшләүҙәре хәҙер артта. Барыһы ла яйға һалынған. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта Салауат районынында тыуымдың артыуы күҙәтелә. Республика буйынса улар өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде. Шуға ла кескәйҙәр өсөн айырым медицина үҙәген булдырыуы көн талабы булған.
Малаяҙ балалар поликлиникаһының сафҡа инеүен төбәк халҡынан тыш, медицина хеҙмәткәрҙәре лә ҙур түҙемһеҙлек менән көткән. Һәр кабинет өр-яңынан заманса технологиялар менән йыһазландырылған. Мәҫәлән, УЗИ һәм кардиограмма кабинетының был ҡоролмаһы медицина учреждениеһының иң ҡәҙерлеләрҙән һанала.
Яңы заманса медицина ҡоролмаларының булыуы сирҙе ваҡытында асыҡларға ярҙам итә. Поликлиника белгестәргә ҡытлыҡ кисермәй. Әлеге ваҡытта медицина учреждениеһында 33 белгес эшләй. Күптәре яңы ғына эшкә урынлашыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙен булдыҡлы белгес итеп танытырға өлгөргән.
Малаяҙ үҙәк дауаханаһы киләсәктә балалар станционарын киңәйтеү бурысын ҡуя. Сөнки сәләмәтлек өсөн көстө лә, сығымдарҙы ла йәлләргә кәрәкмәй, ти һаулыҡ һаҡлау һағындағылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика