Интернет селтәрендә Башҡортостанда һуңғы аҙнала ғына 150 кеше гемморагик биҙгәк  йоҡторған тигән мәғүмәт таралды 24.11.2014

Йәнәһе лә сирлеләрҙең  44-е Өфөлә йәшәй.

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы был мәғлүмәтте кире ҡаҡты. Инкубация осоро 3 аҙнаға тиклем һуҙылыу сәбәпле, табиптар  грипп йә һалҡын тейҙергән кешеләргә  йыш ҡына геморрагик биҙгәк диагнозы ҡуя. Шуға күрә дөйөм статистика күрһәткестәре ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн сирҙе йоҡтороусылар һаны кәмегән. Августа был сирҙе 421 кеше эләктерһә, октябрҙә ундайҙар һаны 402-гә тиклем кәмегән. Бөйөр эшмәкәрлеген ҡаҡшатыусы вирус ҡыр сысҡандары аша тарала.
Олег Мәхмүтов, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы белгесе: «Быйыл үткән йыл менән сағыштырмаса сирҙе йоҡтороусылар һаны 5 тапҡырға артты. Уҙған йылда ниндәйҙер сәбәптәр менән сирлеләр һаны бик аҙ булды. Әле ер эштәре бөттө, әммә баҡсаларындағы келәттәрен бикләргә йә башҡа йомош менән ҡала ситендәге йорттарына сығыусыларға битлек кейеп йөрөргә кәңәш итәбеҙ. Сөнки бөгөн дә йоғошло сиргә тарыу ихтималлығы бар».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика