Инсульт йәшәрә, һәр кем тиерлек остеохондроздан яфалана, юғары йәки түбән ҡан баҫымы ла күптәргә тынғы бирмәй 29.10.2014

Ғәҙәттә, бындай диагноздар менән дауаханаға эләгеүҙә кеше үҙе ғәйепле. Берәүҙәр тәмәке көйрәтеүҙән туҡтай алмаһа, икенселәре майҙа ҡыҙҙырылған аҙыҡ ярата, өсөнсөләренең мәктәп тамамлағаны  бирле спорт залына инеп тә сыҡҡаны юҡ. Шул уҡ ваҡытта ауырыуҙы ваҡытында асыҡлап, тейешле дауалау тәғәйенләү - табиптың бурысы. Был йәһәттән медицина хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү - маҡсатҡа ярашлы эш. Сираттағы неврологтар конференцияһы ла табиптарҙы яңы дауалау алымдары менән таныштырыуға  арналды.  

Алтынсы тиҫтәһен ҡыуыусы Рәзифә Ноғоманова өсөн һәр аҙым - оло һынау. Сентябрь аҙағында инсульт кисергәндән һуң ҡатын ҡабаттан атларға өйрәнергә мәжбүр. Хәҙер уға оҙайлы реабилитация үтеү мотлаҡ. Тәүге һөҙөмтәләр күренә башлаған да инде.
Өфөнөң «Ашығыс медицина ярҙамы» дауаханаһының неврология бүлегендә 65 урын ҡаралған. Тик, ғәҙәттә, пациенттар һаны күберәк була. Күпселекте инсульттан һуң реабилитация үтеүселәр тәшкил итә. Уларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн бында заманса ҡорамалдар ҡулланыла.
Һаулыҡтарын тергеҙергә ярҙам итеүсе табиптарға пациенттар сикһеҙ рәхмәтен белдерә. Аҡ халатлылар иһә уларҙы сәләмәт тормош алып барырға саҡыра. Сөнки ошо юл менән генә ғүмерҙе оҙайтып була.
Табиптар элеккесә һәр кемгә һаулығын ваҡытында хәстәрләргә кәңәш итә. Тәмәке тартыу, алкоголь менән мауығыу, аҙ хәрәкәт итеү, майлы аҙыҡ - сәләмәтлектең төп дошмандары. Башлыса тап улар, шулай уҡ күп көйәләнеү инсульт сәбәбе һанала. Ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалауға бөтә донъяла күп иғтибар бүленә. Бөгөн Өфөлә лә ошо мәсьәләләргә арналған фәнни-практик конференция үтте.
Сараға илебеҙҙең һәр төбәгенән тиерлек неврологтар йыйылған. Конференцияның маҡсаты - табиптарҙы нервылар системаһы сирҙәрен дауалауҙа яңы ысулдар менән таныштырыу.
Табиптар алдында Өфө профессорҙары ғына түгел, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡунаҡтары ла сығыш яһаны. Неврологтар иһә тармаҡ яңылыҡтарын үҙләштерергә һәм эш барышында ҡулланырға һүҙ бирҙе. Сөнки ҙур ҡалала йәки район үҙәгендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, һәр пациенттың сифатлы медицина ярҙамына хоҡуғы бар.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика