Илдең иң яҡшы табиптары асыҡланды 19.10.2015

33 номинацияла 90 лауреат. Уларҙың һигеҙе Башҡортостандан булыуы икеләтә ҡыуаныслы. Ни тиһәң дә, төбәктең һаулыҡ һаҡлау тармағында юғары квалификациялы белгестәрҙең булыуы - сәләмәт киләсәк нигеҙе. Иң-иңдәр рәтендә Өфөнөң 2-се балалар поликлиникаһының участка табибы Гүзәл Ишморатова ла бар.

14 йәшлек Дамир Мәжитовтың хәле яҡшырһа ла, йүтәле үтмәй. Һыуыҡ тейҙергән үҫмер мәктәпкә йөрөмәй, дәрес ҡалдырырға мәжбүр. Шулай ҙа уға ауырып өйҙә оҙаҡ ятырға тура килмәйәсәк. Ваҡытында асыҡланған диагноз, дөрөҫ дауалау курсы билдәләү - үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Миләүшә Мәжитова, Дамирҙың әсәһе: «Балалар табибы булып эшләү бер яҡтан бик ауырҙыр тип уйлайым. Сөнки был эштә кескәйҙәр, бигерәк тә ата-әсәләр менән уртаҡ тел таба белергә кәрәк. Был һәләт һәр кемгә лә бирелмәй. Тынысландырып, киләсәккә өмөт уята алырлыҡ белгестәр уңышҡа ирешә. Беҙ участка табибыбыҙҙан уңдыҡ тип әйтә алам».
Гүзәл Ишморатова бала сағында тәфтишсе булырға хыяллана. Шулай ҙа сығарылыш синыфында уҡыған сағында уҡытыусыһын тыңлап, балаларҙы дауаларға тигән теләк менән яна башлай. Уйлап ҡараһаң, ауырыуҙы асыҡлау үҙе лә тәфтишсе эшенә хас уяулыҡ һәм һиҙгерлек талап итә. Һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндәһең. Хәйер, аҡ халатлы ханым шәфҡәтле һөнәр һайлағанына үкенмәй. Участка табибының 28 йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте Рәсәй кимәлендә лә лайыҡлы баһа тапты. Яңыраҡ ул мәртәбәле конкурста 2-се урын яулап, 300 мең һумлыҡ матди ярҙам менән бүләкләнде.
Гүзәл Ишморатова, Өфөнөң 2-се балалар поликлиникаһының участка табибы: «Мин, ысынлап та, бәхетле кеше. Һәр ваҡыт янымда тормош биҙәге булған  ғәзиз балалар... Конкурста еңеүемде берҙәм һәм дуҫ коллективыбыҙҙың уртаҡ уңышы тип әйтер инем. Хеҙмәтемде юғары баһалауҙарына рәхмәтлемен».
Балалар  табибы  Гүзәл Ишморатованың ҡарамағында  950-гә яҡын бала. Был юғары көсөргәнешле хеҙмәт тигән һүҙ. Өс сәғәтлек ҡабул итеүҙән тыш, тәүлек әйләнәһенә теркәлгән саҡырыуҙарға йөрөр өсөн көс тә, сабырлыҡ та табырға кәрәк. Ямғырмы, буранлы көнмө үҙ эшен яратҡан ханымдың быға кәйефе төшмәй. Сөнки һәр йортта уны алсаҡ кескәй йөрәк көтә.
Гүзәл Ғүмәр ҡыҙы белдереүенсә, бигерәк тә октябрь-ноябрь айҙарында йортҡа саҡырыуҙар ике-өс тапҡырға арта. Эш тә күбәйә. Бигерәк тә сабыйҙар менән ауырға тура килә. Улар һөйләшмәһә лә, ауырыу сәбәбен асыҡларға кәрәк. Әйткәндәй, илдең иң яҡшы табиптары ун бишенсе йыл рәттән асыҡлана. Башҡортостан белгестәре был рейтингта лайыҡлы урын биләй. Шулай ҙа аҡ халатлылар өсөн иң ҙур бүләк ул әлбиттә, халыҡ сәләмәтлеге һәм уларҙың  ихтирамы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика