Иғтибар, ярҙам кәрәк!

Иғтибар, ярҙам кәрәк! 03.08.2015

Өфөлә йәшәүсе Елизавета Ғәйфуллина мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж. 12 йәшлек ҡыҙ тыумыштан  церебраль фалиждан яфалана. Уға ауырыуҙы еңеп сығыу өсөн Силәбе ҡалаһында дауаланыу курсы үтергә кәрәк.

Елизавета үҙе коляска менән идара итергә өйрәнгән. Быға тиклем ултыра ла алмаған ҡыҙ өсөн был оло шатлыҡ. Уның хәрәкәттәре ихтыярһыҙ, шуға ла ҡулдары тота башлағас, әсәһендә киләсәктә ҡыҙы аяғына баҫыр тигән ышаныс уяна.
Әлфиә Ғәйфуллина, Елизаветаның әсәһе: «Лиза бик алсаҡ, тырыш. Бер урында тик ултыра алмай. Табиптар барыһы ла һеҙҙең ҡулда, ти. Шуға ла өмөт бар, дауаланабыҙ. Бәлки, атлап китер».
Елизавета ни бары ай ярымлыҡ бәпес сағында, яман шештән муйынына ҡатмарлы операция кисерә. Был эҙһеҙ үтмәй, баланың сәләмәтләегенә зыян килә.
Лиза өндәр менән генә аралаша. Әле ул мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн махсус мәктәптә белем ала. Яҙырға ла өйрәнгән, компьютерҙа эшләй белә. Көн һайын урамда атларға өйрәнә. Үҙе кәүҙәһен тота алмағанлыҡтан уға әсәһе ярҙам итә. Елизаветаға һауығыу өсөн Силәбе ҡалаһында махсус дауалау курсы үтергә кәрәк. Дауаланыу хаҡы - 233 мең 300 һум. Ҡыҙҙы яңғыҙ тәрбиәләгән әсәнең бындай аҡсаһы юҡ. Шуға ла ул мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙам һорай. Әгәр ҙә һеҙ Елизаветаға ярҙам итергә теләһәгеҙ 3116 һандарына дари 50 һүҙен яҙып смс хәбәр ебәрергә кәрәк. Уның хаҡы 50 һум. СМС хәбәрҙәр  сикләнмәгән. Мәрхәмәтле булайыҡ!

ИҒТИБАР ЯРҘАМ КӘРӘК!
ЕЛИЗАВЕТА ҒӘЙНУЛЛИНА
3116 ҺАНДАРЫНА dari 50 ҺҮҘЕН ЯҘЫРҒА
БЕЛЕШМӘ ӨСӨН ТЕЛЕФОН: 8 917 44 70 268

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика