Иң мөһиме – өмөт 04.07.2014

Ейәнсура районынан Глеб Васильев ҡурҡыныс юл фажиғәһенән һуң ауыр йәрәхәтләнә. Егеттең муйын умыртҡаһы һына. Ҡатмарлы операциянан һуң ул аяғына баҫа алмай.Табиптар ҙа ышаныс бирмәй. Ләкин бер нимәгә ҡарамай егет ауырыуҙы еңеп, яңыраҡ инвалид коляскаһынан тороп атлай башлаған.

Ейәнсура районынан Глеб Васильев ҡурҡыныс юл фажиғәһенән һуң ауыр йәрәхәтләнә. Егеттең муйын умыртҡаһы һына. Ҡатмарлы операциянан һуң ул аяғына баҫа алмай.Табиптар ҙа ышаныс бирмәй. Ләкин бер нимәгә ҡарамай егет ауырыуҙы еңеп, яңыраҡ инвалид коляскаһынан тороп атлай башлаған.

Көн дә сәғәттәр буйы физик күнегеүҙәр, энә ҡаҙау менән дауалауҙар, гидромассаж... Егет үҙенең аяҡҡа баҫырына ышанып, бер нисә аҙна көсөргәнешле рәүештә күнекмәләр яһай. Һәр көн һайын хәле яҡшыра, үҙ үҙендә ышаныс барлыҡҡа килә.
Глеб Васильев: «Дүрт ай коляскала ултырҙым. Һуңынан ходунок ярҙамында әҙерәк аяҡҡа баҫа башланым. Үҙәктә дауаланыу үткәс, хәҙер үҙем йөрөй алам».
Глеб бәләгә тарыған ҡурҡыныс көн Васильевтарҙың күңелендә мәңгегә уйылып ҡалған. Глеб Васильевты юл ситендә әйләнгән автомобилдә һушһыҙ табалар. Һуңынан Сибай ҡалаһында муйын умыртҡаһына операция яһайҙар. Глеб ярты йылға яҡын хәрәкәтһеҙ ята. Һуңынан инвалид коляскаһына ултыра. Табиптар әйтеүенсә, ундайҙар араһынан 20 ауырыуҙың береһе генә аяҡҡа баҫа ала. Ләкин тормошто һөйөү һәм йәшәү теләге барыһын да еңә.
Глеб Васильевҡа дауаланыу курстары өсөн аҡсаны хәйриә фонды бүлә. Егеттең реабилитация курстары тамамланып бара. Ләкин күнекмәләрҙе дауам итергә кәрәк. Бер курстың хаҡы - 90 мең һумға яҡын. Ә Васильевтарҙың ғаиләһендә бындай аҡса юҡ. Шуға ла ғаилә йәнә мәрхәмәтле кешеләргә мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Дауаланыуҙы туҡтатырға ярамай.
Риль Алакаев, Геннадий Васильевты дауалаусы табип: «Ауырыу көтмәгәндә йөрөй башланы. Артабан да уның һаулығы яҡшы яҡҡа үҙгәрер, тип ышанабыҙ».
Ҡыуатов исемендәге дауалау үҙәгендә инвалид коляскаларынан тороусылар йыш осрай. Иң мөһиме - теләк һәм ныҡышмалылыҡ, ти үҙәк белгестәре. Зарема Сәфиуллина үҙәктә аяҡҡа баҫыусыларҙың тәүгеһе. Ул тыуғанда, табиптар 12 йәшкә тиклем йәшәмәйәсәк, тиһәләр ҙә, ҡыҙ хәҙер мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында Рәсәй чемпионы.
Зарема үҙәктә 5 йылдан ашыу шөғөлләнә. Ҡасандыр табиптар уның хәлен өмөтһөҙ тип таныһалар ҙа, спорт һәм энә менән дауалау ҡыҙҙы аяҡҡа баҫтыра. Үҙәктә көн дә 150 кеше дауаланыу курсы үтә.Уларҙың һәр береһе сирҙе еңеү теләге менән яна. Нисек кенә булмаһын, кешене өмөт йәшәтә. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре лә һәр пациентта өмөт сатҡыларын һүндермәҫкә тырыша.
Аймара Рәхимова


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика