Грипҡа ҡаршы яңы вакцина 04.09.2014

Көнбайыш санкциялары киңәйтелгән осраҡта  һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә лә йоғонто яһау ихтималлығын иҫәпкә алып, илдәге фармацевтика сәнәғәте эшмәкәрлеген камиллаштырыуға етди иғтибар бүлергә кәрәк, тип билдәләй белгестәр.

Был йәһәттән эҙмә-эҙлекле саралар күрелә. «Иммунопрепарат» федераль дәүләт унитар предприятиеһының Өфөләге филиалы  грипҡа ҡаршы яңы вакцина уйлап сығарҙы. Быға тиклем киҙеүгә ҡаршы иҫкәртеү сараһы сит илдән генә һатып алынды.   Препаратты әҙерләүгә 5 йыл ваҡыт талап ителде. Йыл аҙағына тиклем  клиник тикшереүҙәр үтәсәк вакцинаны  2016 йылда файҙалана башлау күҙаллана. Әйткәндәй, республикала оҙаҡламай грипҡа ҡаршы вакцинация башлана.
«Иммунопрепарат» цехтарында вакцина әҙерләнә. Грипп вирустары менән зарарландырылған ҡош эмбриондарынан шыйыҡса алына. Һуңынан заманса ҡоролмалар ярҙамында ул бер нисә тапҡыр таҙартыу үтә. Вакцина әҙерләү цехтың махсус стерилләнгән бүлмәләрендә тамамлана. Был этапта препаратта ҡош аҡһымдары тулыһынса таҙартыла. Вакцинала грипп вирустары көсөн юғалтҡан  була.
Грипп вирустарының гендары бер ни тиклем ваҡыттан һуң үҙгәрә ала. Шуға ла ике йылға бер тапҡыр вакциналағы штамм составы үҙгәртелеп тора. Ә яңы уйлап сығарылғанында антигендар вирус үҙгәргәндә лә уға ҡаршы көрәшә ала. Һуңғы йылдарҙа вирус эпидемиялары көслө булыу сәбәпле, вакциналар киң ҡулланыла. Ҡала поликлиникаларында  ҡыҙылса, туберкулез һымаҡ ауырыуҙарға ҡаршы прививкалар йыл әйләнәһенә эшләнә.
Жәүит Яҡупов бар ауырыуҙы ла профилактик саралар ярҙамында еңә. Иң мөһиме - алдан хәстәрлек күреү. Грипҡа ҡаршы прививка  башланыу менән вакцина эшләтәсәкмен, ти ул.
Быйыл республика дауаханаларына федераль бюджет ярҙамында 1 миллиондан ашыу вакцина алыу планлаштырылған. Иң тәүҙә прививка балаларға эшләнә. Шулай уҡ медицина, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә һәм 60 йәштән өлкәнерәк граждандарға грипҡа ҡаршы вакцина яһаласаҡ.
Һыуыҡтар башланыуға грипп менән ауырыусылар ҙа арта. Республика дауаханаларында грипҡа ҡаршы вакцина октябрҙә эшләнә башлай. Профилактик саралар ярҙамында иммунитетты нығытыу мотлаҡ, ти белгестәр.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика