Гиппократ үҙ антында әллә нисә быуат элек табип эшенең төп принциптарын билдәләгән

Гиппократ үҙ антында әллә нисә быуат элек табип эшенең төп принциптарын билдәләгән 30.07.2015

Уларҙың береһе пациентҡа зыян килтермәүгә ҡайтып ҡала. Ләкин тормошта бөтәһе лә шыма ғына ла бармай, табип хаталары ла осрай. Киләһе репортаж геройы Руслан Геливанов быны үҙ иңендә татыған. Ҡолап аяғын ауырттырған егет дауаханаға мөрәжәғәт итеп инвалид булып ҡала. Кәмендә ул үҙе шулай тип иҫбатлай. Был дөрөҫмө, юҡмы икәнен әлбиттә, тик тикшереү генә күрһәтәсәк.

Руслан дуҫтары менән Павловка һыуһаҡлағысына ялға йыш йөрөй. Компания вейкбординг менән шөғөлләнә. Ләкин был юлы экстремаль ял күңелһеҙ тамамлана. Руслан йығылып аяғын ауырттыра, ашығыс ярҙам уны Нуриман район дауаханаһына илтә.

Ләкин дауалаусы табип Эльдар Зәйнәшев егетте бөтәһе лә яҡшы тип тынысландыра. Бармаҡтары ҡыбырламауы ла ғәҙәти күренеш ти хирург. Шуға ҡарамаҫтан Руслан һаулығы өсөн борсолоп, район дауаханаһында дауаланырға теләмәйем тигән ҡағыҙ тултырып Өфөгә юллана. Бында табиптар хәлдең етди икәнен күреп, кисекмәҫтән егеттең аяғын ҡырҡа. Ул дүрт көн реанимацияла үткәрә.

Йәш егеттең аяҡһыҙ ҡалыу сәбәптәрен асыҡлау ниәтендә беҙ Нуриман район дауханаһына юлландыҡ. Тик Русланды дауалаған табип, хирургия бүлеге мөдире Эльдар Зәйнәшев отпускыла булып сыҡты. Баш табипты ла осрата алманыҡ, ул ашығыс рәүештә район хакимиәте етәксеһенә китте тип аңлаттылар.

Тик район хакимиәтендә лә ул әле генә сығып китте тигән яуап ишеттек. Ике арала арыуыҡ йөрөй торғас Зәйнәшевтың коллегаһы, хирург Ғайсин менән аралаштыҡ. Ул Русланды минең дежурство ваҡытында килтерһәләр дауалауға тотонмаҫ инем тип белдерҙе.

Осраҡ буйынса тикшереү башланған. Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре аңлатыуынса, Русландың һаулығына зыян килтерелеү дәлиле иҫбатланһа, ул компенсацияға дәғүә итә ала.

Ә егет иһә яңы шарттарҙа йәшәргә өйрәнә. Дуҫтары уға ҡулынан килгәнсе ярҙам итергә тырыша. Улар Русландың тормошон күпкә еңеләйтәсәк протез алыу өсөн аҡса йыя  ла башлаған. Иҫәпте һеҙ экранда күрәһегеҙ. Шулай уҡ егеткә ярҙам итеү теләген паралимпия чемпионы Ирек Зарипов та белдерә. Бәлки Руслан да киләсәктә беҙҙе ҙур еңеүҙәре менән ҡыуандырыр.

Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика