Өфө районының Нижегородка ауылы балалар баҡсаһында дүрт йәшлек малай икенсе ҡаттан ҡолап төшкән 19.10.2015

Тәрбиәселәр был ваҡытта башҡа балалар менән мәшғүл була. Әле ваҡиға буйынса тикшереү бара.

Малай ошо кәштәләр буйлап дуҫы менән тәҙрә төбөнә менә. Москит рәшәткәһенә терәләм тигәндә урамға  ҡолай. Балалар баҡсаһында ығы-зығы башлана. Тәрбиәселәр ашығыс ярҙам саҡырып, малайҙы дауаханаға оҙата.
Евгения Башкова, балалар баҡсаһы мөдире: «Балалар тыштан инеп, өҫкө кейемдәрен алмаштырған саҡта, малай тәҙрәгә менгән. Тәрбиәсе күреп өлгөрмәй, икенсе ҡаттан ҡолап төшә. Ата-әсәләр алдында ғәфү үтенәбеҙ, тәрбиәселәребеҙҙең ғәйепле икәнен инҡар итмәйем».
Был хәлде мөғжизә тип әйтергә мөмкин.  Йомшаҡ ергә килеп төшкәнгәме, ауыр булмағанғамы бала имгәнмәй. Әле ул балалар баҡсаһына йөрөй. Ата-әсәһе лә тәрбиәселәрҙе ҡаты язаламауҙарын һорап хоҡуҡ һаҡлау органдарына хат менән мөрәжәғәт иткән. Ҡыҙғанысҡа, һуңғы йылдарҙа ошондай хәлдәр йыш теркәлә. Быйыл йәй ике бала юғары ҡаттан осоп ҡолап йәрәхәтләнгән.
Рәүил Ғәфүров, Өфөнөң 17-се балалар  клиник дауаханаһы баш табибы урынбаҫары: «Ололар балаларҙы ҡарап еткермәгәнлектән ошондай хәлдәр йыш теркәлә. Бала москит рәшәткәһенең ныҡлы түгел икәнен белмәй. Бер бала төшөп киткәндә, аңлап ҡалып, ағас ботаҡтарына тотонорға тырышҡан. Шуға ныҡ имгәнмәгән. Йыш ҡына йомшаҡ ер йә мөғжизә генә балаларҙы ҡотҡарып ҡала».
Ҡыҙғанысҡа, быйыл 17-се балалар клиник дауаханаһына алты тиҫтәгә яҡын бала төрлө кимәлдәге имгәнеүҙәр менән мөрәжәғәт иткән. Уларҙың күбеһе көнкүрештә йәрәхәтләнеүселәр. Урамда бәләгә тарыусылар икенсе урында булһа, юл фажиғәләре дүртенсе урында тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика