Өфө районының Чесноковка ауылынан 33 йәшлек Наталья Терентьева изге күңелле кешеләрҙең ярҙамына өмөт итә 28.03.2015

Ҡатын атлай алмай, өс йәшендә табиптар уға Вердниг-Гоффман арҡа амиотрофия диагнозын ҡуя. Ҡыҙҙың ата-әсәһе республиканың барлыҡ дауаханаларын урай, тик балаға бер ниндәй операция ла, хатта, массаж, дауалау процедуралары ла эшләргә ҡушылмай. Инвалид коляскаһында ултырырға  ғына рөхсәт ителә. Бөгөн   4-се дәрәжәләге сколиоздан яфаланыусы Наталья Терентьева һыҙланыуҙарға түҙә алмай.  

Любовь Терентьева, Натальяның әсәһе: «Аяуһыҙ ауырыу. Бер кеше өсөн шул тиклем интегеүҙәр. Ҡыҙыбыҙ бик түҙемле»...
Наталья Терентьеваның теләге бер: умыртҡа һөйәгенә операция яһатып, ауыртыуҙарҙы баҫыу,  ултыра алыу. Салауат ҡалаһы табиптары был ҡатмарлы операцияны эшләргә баҙнат иткән. Тик бының өсөн  миллион 400 мең һумға яҡын аҡса талап ителә. Натальяның ата-әсәһе был сумманы йыйырлыҡ хәлдә түгел. Улар мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына можтаж.
Һаҡлыҡ банкы иҫәбе:  67619600 0088761680, Терентьева Любовь Алексеевна (Натальяның әсәһе)
Бәйләнеш өсөн телефон: 8 965 930 38 73
Наталья Терентьева, «Тормошҡа ҡыуанып, ата-әсәйгә, барлыҡ кешеләргә ярҙам итеп йәшәгем килә. Иманым камил, донъяла изге кешеләр күп».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика