Өфөнөң Тимашев ҡасабаһында урынлашҡан дөйөм табиплыҡ амбулаторияһы эшенән халыҡ ҡәнәғәт

Өфөнөң Тимашев ҡасабаһында урынлашҡан дөйөм табиплыҡ амбулаторияһы эшенән халыҡ ҡәнәғәт 10.11.2014

2013-сө йылда  төҙөлгән һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы юғары күрһәткестәргә ирешкән. Көндөҙгө стационар эше һөҙөмтәһендә дауаханаға ятыусылар һаны 20нән 8гә тиклем кәмегән. Медицина учреждениеһы эше менән беҙҙең ижади төркөм танышты.

Лүзиә Мансур ҡыҙы ҡанында шәкәр кимәле артыуы сәбәпле дауаханаға йыш йөрөй. Бынан тыш оло кешенең ҡан баҫымы  күтәрелә. Дөйөм табиплыҡ практикаһы амбулаторияһы асылғаны бирле ҡатын үҙен яҡшы тойоуын билдәләй. Сөнки дауаланыу өсөн уға  баш ҡала дауаханаһына йөрөргә кәрәкмәй. Урында сифатлы медицина ярҙамы күрһәтәләр.
2013-сө йылда бында  заман талаптарына ярашлы төҙөлгән амбулатория асылған. Ауыл халҡын 4 шәфҡәт туташы һәм бер дөйөм практика табибы хеҙмәтләндерә. Амбулаторияға көн аша   балалар табибы, стоматолог, акушер-гинеколог кеүек белгестәр килә. Бынан тыш операция кисергән, хроник сирҙәрҙән яфаланыусылар көндөҙгө стационарҙа дауаланыу мөмкинлегенә эйә.
Дөйөм практика табибы ультра тауыш менән тикшерә,  диагноз ҡуя, дауалай. Ул  тәүлек әйләнәһенә кеше һаулығы һағында. Белгескә  яңы төҙөлгән амбулаторияла фатир бүлгәндәр. Миләүшә Хәмитова көндөҙ сирлеләрҙе ҡабул итһә, төштән һуң шылтыратыуҙар буйынса ауырыуҙарҙың өйөнә йөрөй.
Бөгөн һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы 4 мең кешене хкҙмәтләндерә. Тәүге ярҙам алыу өсөн кешеләргә баш ҡалаға  тиклем 30 саҡрым араны үтергә тура килмәй. Медицина учреждениеһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Урында ваҡытлы, ә иң мөһиме сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку