Өфөлә «Йылмайыу -2015 операцияһы»  хәйриә акцияһы тамамланды 04.09.2015

Акция сиктәрендә Республика балалар  клиник дауаханаһында беҙҙең   хирургтар  менән бергә  Америка Ҡушма Штаттары, Канада, Украина, Филиппин, Белоруссия   һәм башҡа ил табиптары 42 балаға операция яһаны. Улар бөтәһе лә уңышлы үткән. Әле балалар   дауаханала реабилитация үтә.   Егерме йылын тултырған  акция  республикала икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Сара хирургтар өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны ла булып тора

Джеймс Уакино Хирург  /Филиппин/: «Мин Рәсәйҙә беренсе тапҡыр. Дауаханала бөтәһе лә юғары кимәлдә. Операция бүлмәһе  бик уңайлы, заманса  ҡорамалдар менән эш итеүе еңел булды. Өфөлә тәжрибәле табиптар эшләй.  Беҙ  опреациянан һуң балалар менән осраштыҡ. Уларҙың бәхетле йөҙҙәрен күреү күңелгә рәхәт.  Акцияла ҡатнашыуыма шатмын. Тағы ла килергә теләгем бар».
Ирене кителгән һәм аңҡауы ярылған сабыйҙарға был операциялар  ысын мәғәнәһендә яңы ғүмер бүләк итә. Сөнки бындай  кәмселек менән тыуған бала йүнләп һөйләшә лә ,  ашай ҙа,  йылмая ла алмай. Операция  баланың алты айлыҡ сағынан ун һигеҙ йәшкә тиклем эшләнә. Алты йәшлек Әлмираға  операция  өсөнсө тапҡыр яһалған. Кәмселек тулыһынса бөтөрөлгән. Икенсе йылға мәктәпкә барырға йыйынған ҡыҙ тиҫтерҙәре менән рәхәтләнеп аралаша аласаҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика