Өфөлә йәшәүсе һигеҙ йәшлек малай билдәһеҙ ауырыуҙан интегә, уның организмы ацетон барлыҡҡа килтерә 26.08.2015

Ҡанында глюкоза түбән булғанға күрә, Матвей Радченко һәр ваҡыт үҙен насар тоя, хәле юҡ.  Баланы әсәһе илдең иң яҡшы табиптарына, төрлө медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә күрһәтә, тик улар балаға аныҡ ҡына диагноз ҡуя алмай.

Матвей Радченко үҙенең ауырыуы хаҡында яҡшы белә, ләкин көндәлек интегеүҙәрҙән ҡурҡмаҫҡа, ҡыйыу булырға тырыша. Йәшәргә, сәләмәтлеккә ынтыла!  Малайҙың организмында ацетон, йәғни кетон матдәләр тиҙ барлыҡҡа килгәндә, ҡанында шәкәр кимәле ныҡ түбәнәйә. Һөҙөмтәлә бала иҫен юғалта,температураһы 40 градусҡа тиклем күтәрелә. Уҡшыу өйәнәге башлана. Йоҡлағанда Матвейға тын алыуы ауырлаша, шуға төндә уны ҡурҡыныс төштәр яфалай.  
Виктория Радченко, Матвейҙың әсәһе: «Ул мине йыуата башлай, ҡайғырыуымды аңлай. Балам тормошто бик ярата, ауыр булһа ла йылмайырға тырыша. Түҙеп торғоһоҙ интегеүҙәрҙән һуң да әкиәт персонаждарын төшөрөүен дауам итә.  Тик төндә бер үҙе йоҡларға ғына ҡурҡа. «Йә уяна алмаҫмын»,-ти».
Йәш әсә улын илдең тиҫтәләп клиникаһына күрһәтә. Һөҙөмтә генә юҡ. Табиптар уҡшыу өйәнәгенең барлыҡҡа килеүе  организмдағы матдәләр алмашыныуының боҙолоуына бәйләй. Ләкин бер кем дә аныҡ ҡына диагноз ҡуйырға ашыҡмай.
Олег Малиевский,  Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш балалар эндокринологы:  «Ҡыҙғанысҡа, баш ҡалала һәм федераль медицина учреждениеларында үткәрелгән тикшеренеүҙәр сирҙең сәбәбен асыҡлай алманы. Алдағы көндәрҙә Мәскәүҙә  генетик тикшереү үткәреү күҙаллана. Һуңынан баланы сит ил табиптарына күрһәтеү мөмкинлеге ҡараласаҡ».
Белгестәр был ауырыуға ҡаршы көрәш юлдары юҡ тип хәүефләнә. Әммә Матвей әсәһе менән өмөтөн өҙөргә ашыҡмай. Мөғжизә бар тигән ҡарашта улар. Әлегә малай мәктәпкә барырға әҙерләнә. Кем белә: бәлки, ысынлап та, уны йәшәүгә ынтылыш көсө ҡотҡарыр.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика