Өфөлә шәкәр диабеты эҙемтәләренә ҡаршы Кубала етештерелгән һөҙөмтәле дарыу ғилми йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителде 10.02.2016

Куба Республикаһының рәсми делегацияһы менән осрашыу Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығында үтте. Яҡтар һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең көнүҙәк мәсьәләре тураһында фекер алышты.

Шәкәр диабетын дауалауға ла ҙур иғтибар бүленде. Йыш ҡына был ауырыу эҙемтәһендә пациенттарҙың нәҙек ҡан тамырҙары тығыла, һөҙөмтәлә кешеләр аяҡ ҡулдарын юғалта. Кубала етештерелгән препарат  ҡыҫҡа ваҡыт эсендә пациенттың хәлен яҡшыртыу мөмкинлеген бирә. Әле ул донъяның 23 илендә уңышлы файҙаланыла. Быйылдан дарыу Рәсәйҙә лә мотлаҡ препараттар исемлегенә индерелде. Азатлыҡ утрауы вәкилдәре һөҙөмтәле дарыу әллә ни ҡиммәт булмаясаҡ тип ышандыра.
Эмилио Лосада Гарсия, Куба республикаһының рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы һәм ғәҙәттән тыш илсеһе: «Рәсәй менән стратегик хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ярашлы,  фармацевтика тауарҙары өсөн яҡшы ташлама ҡаралған. Дарыу һөҙөмтәле. Пациенттарҙың 80 проценты аяҡ-ҡулдарын һаҡлап ҡала ала».
Әнүәр Бакиров, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры: «Препарат  ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яраның тулыһынса  уңалыуына килтерә. Хирургия алымы бөтөнләй ҡулланылмай. Әле Башҡортостанда был дарыуҙы уңышлы файҙаланыуҙың өс миҫалы бар. Һынау дауам итә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика