Өфөлә мәктәп уҡыусыһы 10 йәшлек ҡыҙға пневматик винтовканан атҡан

Өфөлә мәктәп уҡыусыһы 10 йәшлек ҡыҙға пневматик винтовканан атҡан 23.11.2017

Әлеге ваҡытта ҡаза күреүсе тарвматология бүлегендә. Дауаханан был ваҡиға хаҡында хоҡуҡ  һаҡлау органдарына ла хәбәр ителгән.

Бәрелеш Өфөнөң Калинин районында теркәлә. Пуля ҡыҙҙың ҡушар һөйгенә тейеп, яурынын йәрәхәтләй. Уны ашығыс ярҙам каретаһында 17 дауаханаға алып киләләр. Табиптар операция яһаған, ҡыҙҙың һаулығына ҡурҡыныс янаймай. ул аҙна-ун көндән дауаханан сығарыласаҡ.
Үҙенә ҡайһы арала мылтыҡ тоҫҡалғанын 10 йәшлек ҡыҙ аңлап та өлгәрмәй. Тик  алған яраһы ғына пуля эҙен оҙаҡ һаҡлаясаҡ һәм оҙаҡ ҡына дауаланырға тура киләсәк. Ҡунаҡҡа килгән ҡыҙ, атылған пуляға сәп ролен үтәрмен тип башына ла индермәй. Әхирәтенең15 йәшлек өлкән ағаһы уны уйнарға ғына саҡырған була.
Ксения Боровикова, ҡаза күреүсе: «Ул шешәләргә атты,һуңынан минең ҡулыма. Ҡулым ныҡ ауыртты,Оселяға әсәһен саҡырырға ҡуштым. Ул малайға мин бик үпкәләмәйем».
Пуля һөйәктән бер-нисә миллиметр өҫтән үткән. Оҫта ҡуллы табиптар ярты сантимерлы ҡурғаш пуляны  операция ярҙамында алған.
Ҡыҙғанысҡа күрә, был ҡорал менән уйнағандан һуң  күңелһеҙ тамамланған беренсе осраҡ түгел. Быйыл апрел башында Нефтекама ҡалаһынан 11 йәшлек үҫмергә өлкән синыфта уҡыусы ата. Пуля муйынға тейә,ҡыҙға ашығыс рәүешәт операция яһайҙар. Май айында ошондай уҡ хәл Благовещен ҡалаһында ГТО нормаларын үтәгәндә ҡабатлана. Балаларҙың  вайымһыҙлығы һәм хаҡһыҙ ҡылыҡтары өсөн һәр ваҡытта өлкәндәр яуап бирә.
Валерий Шәрипов, юрист: «Әгәр ҙә пневматик ҡоралдың ҡеүәте джоулдәрҙә күрһәтелгән норманан артыҡ икән, был осраҡта үҙ балаһының ҡылыҡтары өсөн   яуап биреүҙән тыш, ҡорал һаҡлау ҡағиҙәләрен тейешенсә үтәмәгән өсөн ата-әсәләр админитратив яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ».
Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре , пневматик ҡоралдың нисек үҫмер ҡулына килеп эләгеүе һәм был ваҡытта уның ата-әсәләре ҡайҙа булғанлығын асыҡлай. Ксенияға килгәндә, ул аҙна -ун көн тирәһе дауаханала ятасаҡ. Уның ғүмеренә һәм һаулығына ҡурҡыныс янамай.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика