Өфөлә ике көн дауамында барған онкология сирҙәрен дауалауҙа заман ҡаҙаныштарына арналған халыҡ-ара конференция тамамланды

Өфөлә ике көн дауамында барған онкология сирҙәрен дауалауҙа заман ҡаҙаныштарына арналған халыҡ-ара конференция  тамамланды 06.06.2015

Сара сиктәрендә үткән симпозиумда Япония, Рәсәй, Норвегия, Ҡытай ғалимдары сығыш яһаны. Донъяның төрлө төбәктәренән килгән ғалимдар яман шеште дауалауҙа алдынғы алымдар тәҡдим итте. ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан ойошторолған форум онкология өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу мәктәбе булып та тора.

Онкологик сирҙәрҙе кәметеүҙә  яңы алымды Японияның Айчи университеты профессоры  Казуо  Умезава  ун өс йыл дауамында ҡуллана. Билдәле ғалимдың DHMEQ молекулаһының онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәштә роле хаҡында сығышы донъя ғалимдары араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Яман шеште кәметеүҙә һәм был ысулды тотош Ер шарында ҡулланғанда, кешелекте яман сирҙән һаҡлап ҡалырға була ,ти, ғалим.
Казуо  Умезава, Японияның Айчи университеты профессоры: «Минең препарат  Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә ауыр сирҙәрҙе дауалағанда ярайһы һөҙөмтә бирәсәк, тип уйлайым».
Бразилия ғалимы Андреа Биаготти ла докладында   DHMEQ молекулаһын ҡулланыу ысулдарының һөҙөмтәлелеген иҫбатланы. Хәҙерге ваҡытта бөтә ҡитғаларҙа таралған танау ҡыуышлығындағы полиптарҙы дауалауҙа ул ошо ысулдың файҙаһы  хаҡында һөйләне. Медицина ғалимдарының онкология  буйынса тәжрибә уртаҡлашыуы Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә аяуһыҙ сирҙе еңеү өлкәһендә яңы баҫҡыс буласаҡ.
Шамил Ганцев, Башҡорт дәүләт медицина университетының онкология фәнни-тикшеренеү институты директоры: «Бөгөн Башҡортостанға килеп тәжрибә уртаҡлашыусы ғалимдарҙы ваҡыт тарлығы ла, саҡрымдар алыҫлығы ла ҡурҡытмаған. ШОС һәм БРИКС саммиттары сәйәси осрашыуы алдынан медицина майҙанында фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу оло мәғәнәгә эйә. Алдынғы ҡарашлы коллегаларыбыҙға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика