Өфөләге 49-сы студенттар поликлиникаһы Цюрупа урамы 4-се йорт адресы буйынса урынлашҡан 1-се поликлиникаға күсерелә 05.11.2015

Медицина учреждениеһы баш ҡаланың 1-се поликлиникаһының бишенсе ҡатында урынлаша. Әле күсенеү эштәре бара. Студенттар поликлиникаһы илле мең кешене хеҙмәтләндерә ине. Артабан да  ул пациенттарын ғәҙәттәге режимда ҡабул итәсәк. Шулай ҙа күсенеү байтаҡ һорауҙар тыуҙыра.

Уларҙы Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы, «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты»,  юғары уҡыу йорттары  хеҙмәткәрҙәре һәм  поликлиникаларҙың баш табиптары, студенттар уртаға һалып һөйләште. Поликлиниканы күсереү хаҡында ҡарар Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан 29 октябрҙә сығарылған. Эште теүәлләү өсөн  2 ноябргә тиклем ваҡыт бирелгән. Ҡыҫҡа ғына арала тотош учреждениены  икенсе  бинаға урынлаштырыу еңел булмаған мәсьәлә. Быға бәйле, ҡытыршылыҡтар хаҡында түңәрәк өҫтәлгә йыйылыусылар үҙ фекерҙәрен еткерҙе. Мәсьәләне «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе үҙ күҙәтеүе аҫтына алды.  
Яңы урында табиптар  пациенттарҙы ҡабул итә башлаған да инде, медицина персоналы составы шул килеш һаҡлап алып ҡалынған.   Йәйгә тиклем бөтә ҡорамалдарҙы урынлаштырып бөтөү күҙаллана. Мәҫәлән, рентген өсөн махсус кабинет булдырыу талап ителә.  Күсенеү  49-сы поликлиника бинаһын һүтеү менән бәйле. Түңәрәк өҫтәлдә студенттар власть вәкилдәренә сират мәсьәләһе тураһында ла һорау бирҙе. Электрон яҙылыу һәм башҡа уңайлыҡтар булдырылыуға ҡарамаҫтан, табипҡа эләгеүҙе аҙналар буйы көтөргә тура килә, ти йәштәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика