Өфөлә Бөйөк Британия табиптары

Өфөлә Бөйөк Британия табиптары 04.08.2014

Бөгөн республика клиник онкология диспансерында  яман шеште дауалау буйынса оҫталыҡ  дәресе үтте. Сит ил белгестәре йыуан эсәктең аяуһыҙ сир менән зарарланған өлөшөн уйым яһамайынса ҡырҡып алыу мөмкинлеген күрһәтте.

Һәр хәрәкәт теүәллек һәм  дөрөҫ иҫәп талап итә. Юғиһә, электрохирургик  ҡорал ҡан тамырҙарын эләктереүе ихтимал. Ә был өҫтәлмә йәрәхәт тигән һүҙ. Операция өҫтәлендә 68 йәшлек пациент. Ирҙең йыуан эсәгенең бер өлөшө яман шеш менән зарарланған. Бындай диагноз  менән йәшәргә мөмкин. Бары тик ваҡытында операция эшләргә кәрәк. Өфө табиптарына был осраҡта Бөйөк Британия белгестәре ярҙам итә.
Рөстәм Әйүпов, республика онкология диспансерының баш табибы урынбаҫары:  «Амжад Парваиз тура һәм йыуан эсәктә яман шеште дауалау буйынса донъя кимәлендә танылған белгес. Табип үҙенең техникаһын  еткереү, тәжрибә уртаҡлашыу,  беҙҙең белгестәрҙең кимәлен баһалау өсөн саҡырылды. Ҡыҙғанысҡа, был алым Рәсәйҙә әлегә киң таралмаған.  Беҙҙең маҡсат - сит ил белгестәре ярҙамында ошондай белгестәрҙе әҙерләү өсөн үҙәк булдырыу».
Операция махсус ҡоролмалар ярҙамында кендек аша башҡарыла. Сирленең эсенә 10 миллиметр тәрәнлеккә видеокамера ла беркетелә. Тән яраланмағанға, кеше ҡан юғалтмағанға күрә  пациенттар операцияны еңелерәк кисерә.  
Уникаль операция сәғәт ярым дауам итә. Ғәҙәти ысул  менән эшләгәндә пациент аяҡҡа бер аҙна дауамында баҫһа, яңы алым организмды ике көн эсендә  тергеҙергә мөмкинлек бирә. Киләсәктә табиптар бындай операцияларҙы йышыраҡ үткәрергә ниәтләй.
Белгестең һәр аҙымын йәш белгестәр, республика онкологтары күҙәтә. Камера операцияның бөтә нескәлектәрен күрергә мөмкинлек бирә. Оҫталыҡ дәресе тамамланғас  Британия белгесе фекер алышыуҙа ҡатнашты.
Амжад Парваиз, инвазив хирургия үҙәге етәксеһе, профессор /Портсмут, Бөйөк Британия/: «Операция өсөн барлыҡ инструменттар ҙа заман талаптарына яуап бирә, сифатлы, миңә  эшләүе еңел булды. Тәү сиратта Башҡортостан белгестәренең кимәлен билдәләп үтке килә. Был методиканың үҫеше өсөн Өфөлә бар шарттар ҙа бар».
Донъяла киң таралған сирҙәр араһында  яман шеш икенсе урынды биләй. Статистика буйынса ул Рәсәйҙә йылына ғына 300 мең кешенең ғүмерен өҙә. Күп осраҡта сирҙе ваҡытында асыҡлау һәм дауалау пациенттың ғүмерен ҡотҡарыуға булышлыҡ итә. Осрашыу һөҙөмтәләре буйынса Өфөлә колоректаль яман шеште дауалау өсөн белгестәрҙе әҙерләү үҙәген булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.  Әлегә киң таралмаған методикаға Башҡортостан онкологтары ғына түгел, күрше өлкә белгестәре лә  өйрәнә аласаҡ.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку