Өфөлә 12 кеше ҡыҙылса йоҡторған

Өфөлә 12 кеше ҡыҙылса  йоҡторған 25.05.2015

Уларҙың етеһе балалар. Әлеге ваҡытта, йоғошло сирҙең башҡа райондарҙа ла таралыуы күҙәтелә. Шул иҫәптән Туймазы, Стәрлетамаҡ һәм Белорет ҡалаларында ла ҡыҙылса менән ауырыусылар теркәлгән. Белгестәр һауа аша йоғоусы сирҙең төбәккә ҡайҙан инеүен асыҡлай. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса уның Өфөгә килгән Ҡырғыҙстан вәкиленән таралыуы ихтимал. Белгестәр сит илдәргә сыҡҡан халыҡты вакцина эшләтергә саҡыра. Бигерәк тә, ҡыҙылсаның Көнбайыш Европа илдәрендә, Таиланд, Төркиә, Мысырҙа таралыуын билдәләй.

Зөлфиә Камаева, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы бүлеге  баш белгес-эксперты: «Кемдең ҡыҙылса ауырыуына ҡаршы прививкаһы юҡ, тиҙ арала эшләтеүҙәрен һорайбыҙ. Билдәле булыуынса, прививка бер, һуңынан алты йәштә яһала. Әгәр инде бала саҡта вакцина эшләтмәүселәр уны ике тапҡыр ҡаҙатырға тейеш. Йәш буйынса сикләүҙәре юҡ. Ҡыҙылсаның аяуһыҙ сир булыуын иҫкәртәбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика