Өфө хирургтары яңы үрҙәр яулай

Өфө хирургтары яңы үрҙәр яулай 28.05.2015

Баш ҡала табиптары үпкә эмфиземаһын скальпелһыҙ дауаларға өйрәнә.

Сир ауырыуҙың үпкәһендәге туҡымаларҙы ҡаҡшата, һөҙөмтәлә орган ҡанды кислород менән байыта алмай. Күҙәнәктәрҙе тәьмин итеү өсөн йөрәк көсөргәнешле эшләй, аҙаҡ ул да эшлектән сыға. Элек эмфиземаны дауалау күкрәк ярыуҙы талап иткән. Был ысулды организм ауыр кисерә, ти табиптар. Башҡорт дәүләт университеты клиникаһы һатып алған ҡорамалдар операцияны эндоскоп ярҙамында  башҡарыу мөмкинлеге бирә. Табиптар махсус клапан ярҙамында үпкәнең зыян күргән өлөшөн ябып ҡуя. Әле республикала был ысул буйынса өс кешегә операция яһалған. Уларҙың хәле яҡшы, ти табиптар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика