Өфө Көнсығыш һәм Көнбайыш илдәре офтальмологтары үҙәгенә әйләнде

Өфө Көнсығыш һәм Көнбайыш илдәре офтальмологтары үҙәгенә әйләнде 02.06.2016

Бөгөн баш ҡалала күҙ ауырыуҙары хирургияһы буйынса  халыҡ-ара конференция асылды. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми тикшеренеү институтында  ике көн дауамында күҙ табиптары тәжрибә уртаҡлашып, фекер алышасаҡ.

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында  ҡатмарлы операция бара. Онлайн трансляция уның барышын донъяның төрлө нөктәләрендә ҡарау мөмкинлеген бирә. Хәйер, Өфө табиптары өсөн ғәжәпләнәһе түгел Улар бындай уникаль операцияларҙы көн һайын, сәғәт һайын тигәндәй башҡара.
Етенсе йыл рәттән уҙғарылған форумда Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән ете йөҙгә яҡын белгес ҡатнаша. Улар араһында Һиндостан, Германия, Бөйөк Британия, Италия, Австрия вәкилдәре бар. Көнсығыш һәм Көнбайыш илдәрендә фәнни һәм клиник хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән сарала йөҙҙән ашыу сығыш ҡаралған. Конференция сиктәрендә өс ғилми-ғәмәли журнал нәшер ителгән.
Конференцияға ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта,  даирәһе лә киңәйә. 2016 йылға тура килгән юбилей даталары форумдың мәртәбәһен тағы ла юғарыраҡ күтәрә. Шуларҙың береһе - Өфө күҙ ауырыуҙары дауаханаһының 90 йыллыҡ юбилейы. Башҡортостан офтальмологтарының  сит илдәрҙәге коллегаларына күрһәтерҙәй тәжрибәһе лә, ҡаҙаныштары ла етерлек. Хәйер, быны ҡунаҡтар ҙа таный.
Өфө офтальмологияһы бөтә донъяға билдәле. Бөгөнгө сығыштар ваҡытында докладсыға һорау биреүселәр, хатта бәхәсләшеүселәр булды. Был беҙгә үҫешергә, яңы ысулдар өйрәнергә этәргес бирә.
Ғәҙәттәгесә,  медицина ҡорамалдары, төрлө препараттар күргәҙмәһе ойошторолдо. Бынан тыш, форумда фәнни әҙәбиәт менән дә танышырға мөмкин ине.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика