Диспансеризация һәм сәләмәтлеккә хәүефле производстволарҙа эшләүселәрҙе тикшереүгә бүленгән аҡса һөҙөмтәле файҙаланғанмы?

Диспансеризация һәм сәләмәтлеккә хәүефле производстволарҙа  эшләүселәрҙе тикшереүгә бүленгән аҡса һөҙөмтәле файҙаланғанмы? 25.07.2014

Был мәсьәлә бөгөн Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы йәмәғәт контроле советы ултырышында ҡаралды. Халыҡ аудиторҙары яңыраҡ уҙған тикшереү һөҙөмтәләрен барланы.

Диспансеризацияны хеҙмәт йәшендәгеләр өс йыл һайын үтергә тейеш. Ошо осорҙа республикала йәшәүсе һәр кем өсөн 20 төр медицина тикшереүе ҡаралған. Күләмле сараның маҡсаты ауырыуҙарҙы һәм төрлө хроник сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлап дауалау. Диспансеризация үткәреүгә мотлаҡ медицина страховкаһы фондынан 1 миллиард 186 миллион һум аҡса тотонолған. 700 меңгә яҡын кеше табип тикшереүе үткән. Ҡыҙғанысҡа, һөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡ түгел. Ултырышта билдәләнеүенсә, былтыр уҙғарылған диспансеризация мәлендә тиҫтәләрсә кешелә йоғошло, онкологик ауырыуҙар асыҡланған. Шул уҡ ваҡытта тикшереүҙе үтергә тейешле барыһы ла табипҡа күренеп өлгөрмәй, дауахана һәм поликлиникаларҙа белгестәр ҙә етешмәй. Рәлиҙә Шакирова, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары: «Медицина ойошмаларында кадрҙар етешмәй. Баш ҡалала участкаларын алғанда улар педиатрҙар менән 49 процентҡа ғына тәьмин ителгән. Ә республика буйынса был күрһәткес 60 процент.Шуға ла диспансеризацияның сифаты һәм һөҙөмтәһе тураһында әйтеүе ауыр». Ултырышта Башҡортостанда сәләмәтлеккә хәүефле производстволарҙа эшләүселәрҙе медицина тикшереүе һөҙөмтәләре лә ҡаралды. Эш урындарын юғалтмаҫ өсөн күптәр ауырыуҙарын йәшерергә тырыша, шуға ла производстволарҙа үлем йышая, тип билдәләнде совет ултырышында. Күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн сәләмәтлек өсөн хәүефле эш урындарында медицина цехтары асыу тәҡдимен индерҙе йәмәғәт контроле ағзалары.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку