Дарья Анпилогова мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж

22.10.2014

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының  «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары һәм «Комсомольская правда» гәзите менән берлектәге  проекты дауам итә. Аҙнаның бөгөнгө геройы Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Дарья Анпилогова. 15 йәшлек ҡыҙ шәкәр диабетынан яфалана. Ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж.

Бар яҡлап та һәләтле үҫмерҙең буш ултырған ваҡытын күрмәҫһең. Музыка мәктәбендә тәүҙә синтезатор, һуңынан ябай гитара ҡылдарын сиртергә өйрәнгән ҡыҙ ҡулынан хәҙер, электр гитараһы төшмәй ҙә тиерлек. Ул даими эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Илһамланып шиғырҙар яҙа, йөҙөү спорты, кинология менән дә мауыға. Әйткәндәй, туғыҙынсы синыф уҡыусыһы уҡыу алдынғыһы ла. Киләсәктә үҙен табип итеп күргән ҡыҙ, бигерәк тә химия фәнен яратып өйрәнә.
Дарья Анпилогова: «Дауаханаға килтерҙеләр. Аңламаным минең менән ни булғанын. Бер кем дә бер нәмә өндәшмәне. Ығы-зығы башланды.  Хәлем булмай торғайны, гел башым әйләнеүем  хәтерҙә».
Даша ҡанындағы шәкәр кимәлен даими тикшерә, бигерәк тә ашар алдынан. Ҡыҙҙа шәкәр диабетының беренсе төрө дүрт йәшендә асыҡлана. Ҡапыл ауырып киткән сағын  ул бөгөнгөләй асыҡ хәтерләй. Инсулин помпаһы ҡуйҙыртҡас  бер аҙ еңел булып ҡалды, көнөнә бишәр инсулин ҡаҙаған, ҡул бармаҡтарымдың, эстең энә эҙенән шешеүе артта ҡалды, ти үҫмер. Шулай ҙа ҡыҙға яҡынса 140 мең һумға иҫәпләнгән инсулин помпаһы кәрәк-яраҡтары талап ителә. Был сумманы йыйыу  ғаиләнең үҙенең генә ҡулынан килмәй.
Наталья Анпилогова, Дарья Анпилогованың әсәһе: «Сиргә бирешергә ярамай. Беҙҙең бик шәп табибыбыҙ бар. Наталья Маслова яҡшы белгес кенә түгел, шәп психолог та. Ул беҙгә һәр саҡ ярҙамға килә. Ҡурҡырға кәрәкмәй. Барыһы ла үҙеңдән тора».
Дашаға беҙ бергәләп ярҙам итә алабыҙ. Акцияла ҡатнашыр өсөн 5541 һандарына ДЕТИ һүҙен яҙып СМС хәбәр ебәрергә кәрәк. Уның хаҡы  75 һум. МТС абоненттарына СМС-ты раҫлау талап ителә. Мәрхәмәтле булайыҡ!
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика