Быуын сирҙәре  менән  кешелек бик борондан интеккән 14.01.2015

Быны археологик ҡаҙылмалар иҫбатлай. Белгестәр билдәләүенсә, Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең 40 проценты ошо сирҙән яфалана. Һуңғы ун йыл эсендә  ревматология өлкәһендә медицинаның алға китеүе күҙәтелә. Яңыса алымдар менән эшләү сирлеләрҙең ғүмерен оҙонайтырға,  йәшәү сифатын яҡшыртырға ярҙам итә.

Зәкиә Булат ҡыҙының  икенсе балаһын тапҡандан һуң  ҡапыл  аяҡ-ҡулдары һыҙлай башлай. Бынан егерме һигеҙ йыл башланған сир һәр ваҡыт үҙен һиҙҙереп тора. Сөнки быуын  ауырыуҙарын тулыһынса дауалап бөтөп булмай. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында йыл һайын  курстар үтеү генә  уны аяҡҡа баҫтыра.  
Башҡортостанда быуын сирҙәренән интеккән  ун меңгә яҡын кеше иҫәпләнә. Күрһәткес Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда юғары ти, белгестәр. Ревматология  сирҙәренең йөҙләгән  төрө бар. Ир-егеттәргә ҡарағанда гүзәл заттарҙа ул йышыраҡ күҙәтелә. Күберәк 35-45 йәштәрҙәге ҡатындар сирләй. Ваҡытында диагноз ҡуйыу һәм дауалау уның киҫкенләшеүенә  юл ҡуймай.
Ҡыуатов исемедәге республика клиник дауаханаһының ревматология  үҙәгендә йыл һайын мең ике йөҙ тирәһе кеше дауалана. Бында ситтән  килеүселәр ҙә  бар.
Табиптар билдәләүенсә, ревматология  үҫеш осорон кисерә. Ауырыуҙың үлемгә килтереүсе төрҙәрен  генетик-инженер һәм биологик препараттар ярҙамында дауалайҙар.  Пациенттарҙың  ғүмере оҙоная, ә  тәүге стадияларҙа уҡ  дауалай башлағанда кеше  тулы тормош менән йәшәй ала.
Римма Камалова, Башҡортостандың баш ревматологы, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханыһының ревматология  үҙәге мөдире:  «Быуын сирҙәренең киҫкен формаһынан интегеүселәргә яңы препараттар менән дауаланыу    йылына бер миллион тирәһенә барып баҫа. Ул сығымдар дәүләт иҫәбенә ҡаплана. Быйыл беҙ республикала йәшәүсе йөҙ илле кешене  яңы ысул менән дауаларға иҫәп тотабыҙ».
Үҙәктә  тәжрибәле табиптар эшләй. Был өлкәлә утыҙ йылдан ашыу хеҙмәт итеүсе Ольга Евсюкова 2014 йылда республиканың  «Иң яҡшы йыл табибы-терапевы»  исеменә лайыҡ булған.
Ольга Евсюкова, Ҡыуатов исемендәге  республика клиник дауаханаһының ревматология үҙәге табибы: «Заманса дауалау пациенттарҙың йәшәү сифатын яҡшырта. Улар эшләй ала. Ғаилә ҡора, бала таба алалар. Ә бынан ни бары ун-ун биш йыл элек ҡайһы бер   быуын сирҙәренән интегеүсе гүзәл заттарға  бала табыу тыйыла ине».
Ҡаҙаныштар артабан да кешеләр сәләмәтлеге һағында тоғро хеҙмәт итергә ҡанат ҡуя. Ә иң ҙур баһа - һыҙланып түшәктә ятҡан пациенттарҙың тороп атлап китеүелер, моғайын.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика