Былтыр республикала 200-ләп кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән

Былтыр республикала 200-ләп кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән 16.03.2015

Был рәсми мәғлүмәт, ысынбарлыҡтағы һандар тағы ла юғарыраҡ.

Был турала  Республика Башлығы  алкоголле продукцияның законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш сараларына арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Рәсәй иҫәп палатаһы мәғлүмәттәре буйынса, 2013 йылда  легаль булмаған алкоголь күләме бер ярым тапҡырға артҡан. Әле контрафакт араҡыһы  ил баҙарының өстән ике өлөшөн биләй. Йыл һайын халыҡҡа 1 миллиард тонна  лицензияһыҙ спиртлы эсемлек һатыла, уларҙың төп өлөшө  самогон һәм дарыуханала һатылған спиртлы шыйыҡсаларға тура килә. Йәғни, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында дауалау һылтауы менән кешеләрҙе ағыулау бара. Бынан тыш, 600 миллион тонна тирәһе араҡы  ситтән, шул иҫәптән Ҡаҙағстандан  индерелә.  Ҡулланыусылар иһә  арзан хаҡҡа алданып, һаулығына зыян килтерә.  
Легаль булмаған алкоголле продукцияның артыуы кеше ғүмеренә, сәләмәтлегенә хәүеф менән  янауҙан тыш, спиртлы эсемлектәргә акциздарҙың кәмеүенә лә килтергән. Былтыр ошо арҡала бюджетҡа  500 миллион һум аҡса инеп етмәгән. Быйыл  ғинуарҙа ғына ҡаҙналағы юғалтыуҙар күләме 120 миллион һумға барып баҫҡан. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә,  төбәктәрҙә алкоголле продукция һатыуға күҙәтеү етмәй. Хоҡуҡ һаҡлау, тикшереү органдары тейешле кимәлдә эшләгән  райондарҙа тик рәсми сауҙа нөктәләре генә һатыу итә. Үҙ эшенә яуапһыҙ ҡараған төбәктәрҙә инде суррограт  эсемлектәрҙе  һатыуға, кәпәс  әбейҙәрҙең  артыуына юл ҡуйыла. Был проблемаға ҡаршы көрәшергә ваҡыт етте. Эште  муниципаль берәмектәр,  хоҡуҡ  һаҡлау,  күҙәтеү-тикшереү структуралары менән берлектә  башҡарыу зарур, тине Башҡортостан Башлығы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика